Хәлим ғаиләлә төпсөк ине, шуғалырмы уны айырыуса яраталар ине. Ул бик теремек, ҡыйыу булып үҫте. Уны күккә сөйөп, малайҙар шулай була тип, атайым ғорурлана ине. Ул мәктәпте яҡшы итеп тамамлап, ҡалаға сығып китте. Әлбиттә, атайым уны ауылда ҡалыр, беҙгә терәк, ярҙамсы булыр, тип хыялланғайны. Тик күрше ауылға йөрөп уҡыуҙар, ҡыштарын интернатта булыу – былар барыһы ла ялҡытҡандыр, күрәһең. Ә әсәйем, беҙ балаларҙы үҫтергәнбеҙ, уларҙың теләктәренә ҡаршы килә алмайбыҙ, тине.
Ҡустым һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап, заводҡа эшкә керҙе. Артабан техникумда ла уҡырға өлгөрҙө, эшендә мастер булып күтәрелде. Ә бер көндө ул беҙгә бик матур, мөләйем ҡыҙ менән килде. “Был минең яратып йөрөгән ҡыҙым”, – тине һәм бер йыл ваҡыт үткәс, өйләнешеп, бик матур итеп йәшәй башланылар. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килде. Һәм Хәлим: “Минең улым булһа, мин иң бәхетле кеше булыр инем!” – тине.
Йылдар артынан йылдар үтте, өс бүлмәле фатир алып, йәшәргә лә йәшәргә ине. Кем уйлаған туғаныбыҙҙың ғүмере бик ҡыҫҡа булыр тип. Кешегә: «Юҡ мин эшләмәйем, тыңламайым», – тип әйтә алмай ине изге күңелле ҡустым. Был юлы ла ул бик алыҫтағы туғандарҙы барып алам тип китеп барғанда, иҫерек ҡатындың ғәйебе буйынса аварияла ғүмере мәңгелеккә өҙөлдө.
Нисек күтәргәнбеҙҙер ул ҡайғыларҙы?! Әсәйем һуштан яҙып йығылды, ә ҡатыны ниндәй ауыр хистәр кисерҙе. Барыбыҙға ла ауыр булды.
...Улы тыуҙы ла бит, тик сабыйҙы атаһы ғына ҡулына алып өлгөрмәне шул. Улы үҙенә бигерәк оҡшаған, мин уны күргән һайын иламайынса булдыра алмайым. Тормош дауам итә: балалар ҙа үҫеп етер, тик баҡыйлыҡҡа күскәндәр генә кире ҡайтмай шул.
Хәмдиә МОРТАЗИНА.