Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2019, 17:00

ШЫРШЫЛАЙ БАЛҠЫП ТОРА ҠАЛАБЫҘ!

Яңы йыл календарҙа ғына яҡынайып ҡалмай, ул ҡалабыҙҙағы мөхит, биҙәлеш менән бергә атлап килә. Ҡалабыҙҙың төрлө урындарында Яңы йыл майҙансыҡтары асыла, заманса һәм матур яҡтыртҡыс ҡорамалдар ҡуйыла.

Әлбиттә, был матурлыҡ бер нисә көн эсендә генә булдырыл-май, уның планы, кәрәкле йыһаз күптән үк һатып алынғайны. Һүҙебеҙ Тыныслыҡ урамындағы йәйәүлеләр биләмәһе тураһында, унда иһә йәй булһынмы, ҡышмы, халыҡ өҙөлмәй. Ә күптән түгел генә бында пикселле шыршы ҡуйылды, аллеяны байрамса иллюминация уттары биҙәне. Бигерәк тә иллюминация уттары матур, килешәһегеҙме? Ә таяҡтарҙа торған нәҙек кенә татлы кәнфиттәр араһында китеп барғанда үҙеңде Стәрлетамаҡта түгел, әйтерһең дә, сихри әкиәт илендә кеүек тояһың. Халыҡ был урынды ярата, быны социаль селтәрҙәрҙә сәхифәләр-ҙә урынлаштырылған фотолар күплеге буйынса ла баһаларға була. Шул уҡ ваҡытта бындай йыһаз арзандарҙан түгел, шуға ла киләһе йылдарҙа шыршыбыҙ әлегеләй ҡупшы, ә матур уттар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен тигән теләктә ҡалайыҡ, матурлыҡты һаҡлай беләйек.

Ҡаланың башҡа урындарына ла байрам үтеп инде. Был матурлыҡты ҡала халҡы үҙе лә, йортон биҙәп, булдыра, шулай уҡ эшҡыуарҙар ассоциацияһы үҙ көсөн һала. Ошо көндәрҙә шыршы майҙансыҡтары ВТС, Ҡала мәҙәниәт һарайы, “Сода” биҫтәһендә һәм шулай уҡ алыҫ урынлашҡан Ашҡаҙар аръяғы, Шахтау, Первомайск биҫтәләрендә лә асылды. Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында ла ҡышҡы уйындар һәм күңел асыуҙар өсөн барыһы ла бар, унда Ҡыш бабай резеденцияһына ла инеп сығырға мөмкин. Ә бына тауҙан шыуыу өсөн йәки катокка барып ҡайтыу өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ, теләгең генә булһын, ҡаланың күпләп кеше йөрөгән урындарында бындай майҙандар гөрләп эшләп тора.
Яңы йыл килә, яңы йыл!
Читайте нас: