Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2019, 15:00

Йәнә петардалар

Яңы йыл – мул табын һәм төрлө сағыу төҫтәргә бай байрам.Әммә байрам мәлендә, каникул осоронда хәүефһеҙлек хаҡында ла оноторға ярамай.

Пиротехник тауарҙарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Киоскыларға, ғәҙәттә, ялған тауар килеп эләгә. Үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға рус телендә күрһәтмә бирелергә тейеш.
16 йәше тулмаған балаларға закон буйынса пиротехник тауарҙарҙы һатыу тыйыла.

Белеүегеҙсә, фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фейерверктар ойоштороу – үтә ҡурҡыныс. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙандан да яҡшыһы юҡ. Эргә-тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Балалар үҙҙәре генә булғанда бенгал уттарын ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Читайте нас: