Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2019, 16:00

Йығыла белергә лә кәрәк

Һырғалаҡтар күптән әҙер – хәҙер бала-сағаһы ла, олоһо ла тигәндәй, тау шыуа. Әммә ҡайһы берҙә бында күңелһеҙ хәлдәр ҙә булғылай.

“Нисек ошондай мәлдәргә тарымаҫҡа?” һәм “Тарыған осраҡта, нисек бәләнән сығырға?” тигән һорауҙар менән беҙ балалар хирургы-травматологы Илдар ЗАҺИҘУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Уның яуабын һеҙҙең иғтибарға тапшырабыҙ:
– Әлбиттә, ниндәй генә мауыҡтырғыс күңел асыу, ял итеү булмаһын, тәү сиратта, хәүефһеҙлек хаҡында уйларға кәрәк. Шыуғанда тайып китеп, йығылыу ҡурҡынысы барлығы тураһында мотлаҡ балаларығыҙҙы иҫкәртеп ҡуйығыҙ.

Йығылғанда ҡулдарҙы тарпайтырға тырышмағыҙ, киреһенсә, бөкләнеп, ҡабырғаға йәки арҡағыҙға йығылығыҙ. Таянам тип, ҡулығыҙҙы имгәтеүегеҙ ихтимал.
Йығылған кешене ипләп кенә, әммә тиҙ рәүештә боҙҙан, ҡарҙан алырға һәм арҡаһына тыныс ҡына урынға һалырға кәрәк. Баш, ҡул йәки аяҡ күгәрһә, ул урынды бәйләргә тура киләсәк. Ҡан да булһа, әлбиттә, жгут һалырға онотмағыҙ. Аяғы һынған кешене, мәҫәлән, ҡуҙғатырға ярамай, әммә ул ҡар өҫтөндә ятып, өшөргө тейеш түгел.

Һөйәге һынған кеше ауыртыуға түҙә алмай, ҡысҡыра башлай, ә эргәлә һәр саҡ дарыу йөрөтөп булмай. Был осраҡта тиҙ генә “ашығыс ярҙам” саҡырғандан һуң, бәләгә тарыусыны мөмкин тиклем тынысландырырға тырышығыҙ. Тыныслыҡ булһа, уға еңелерәк.
Байрамдарығыҙ имен-аман үтһен!

Юлиә ХАМАТШИНА,
БДУ студенты.
Читайте нас: