Үҙем менән яңыраҡ булған хәл:
Шулай, бер йыл сиратта тороп , Өфөлә бер күҙемә хрусталикты алмаштырҙылар. Уң күҙҙе плюс итеп, сығарҙылар, ә икенсеһе элекке минус бит инде, шулай булғас күҙҙәр алара, күҙлек тә ярамай, ә мин уҡымай, яҙмай йәшәп өйрәнмәгән. Икенсе күҙгә тағын бер йыл көтөргә тейгәс, Ырынбурҙан килгән врачтарға мөрәжәғәт иткән инем, тиҙ үк операция ваҡытын билдәләп саҡырыу ҡағыҙы биреп тә ҡуйҙылар. Унда бармаһын өсөн, Аллаһы тәғәлә фәрештәләре аша күп кәртәләр ҡуйған икән дә, ә мин аңламағанмын.
Мин клиникаға комиссия үтеүҙең аҙаҡҡы ҡағыҙын алам тип барғанымда, әсе һалҡын ел мейемә үтеп кергән кеүек булды. Китергә тәғәйенләнгән көнөмә шул күҙем ҡыҙарҙы, ҡабағы шеште, башыма мөгөҙ кеүек шешектәр сыҡты. Оло ҡайғыға төштөм. Поликлиникага йөрөп туйған инем, хәҙер эштәрем юҡҡа сыҡты, йәнәһе. Күҙ больнисына шалтыратып, ваҡытын тағын 10 көнгә кисектереп торорға һөйләштем, ул ғына ваҡытта һалҡын бәреүҙән төҙәлмәнем, тағын кисекторҙем. Шунан һуң, тағы ла справкалар йыйып, Ырынбурға йүнәлдем. Юлда улымдың машинаһында үҙемдә икенсе бер ғәжәп хис тойоп барған кеүек булдым. Күҙемде йомһам, төрлө һүрәттәр ( дүрт мөйөшлө картинкалар) күренә. Унда мин белмәгән кешеләр, тәбиғәт күренештәре, һуғыш һәм башҡаһы.
Барып етеп,егермеләп тикшереү кабинеттары үткәс, аҙаҡҡыҺында (анестезиолог) ҡан баҫымын тикшерһә, күҙе дүрт булды: пульс 140, ике мәртәбәгә артҡан. Ул үҙҙәрендәге терапевтҡа ебәрҙе. ЭКГ, ЭХО ларҙы үткәс, шунда уҡ ашығыс ярҙәм саҡырып, кардиологияға һалдылар. Унда ете көндә “кеше итеп”, кире килтереп ташланылар. Мин шунда ла иҫкәрмәләрҙе аңламағанмын! Шул уҡ күҙ врачы икенсе көнөндә үк операция яһаны. Билдәле, ул уңышһыҙ булды, ярты йылда 0,7 менән сығарған күреү кимәле 0,2 ға ҡалды. Баш врачтың урынбаҫары үҙе ҡарағас, йәнәһе, һинең был башҡа ауырыуҙарыңдың сәбәбе, ҡан насар йөрөй, һәм ҡабат операция яһаһаң да аҙағы билдәһеҙ, тине. “Миндә уға тәэҫир итерлек ҡаты ауырыуҙар юҡ, аритмеия әле генә килеп сыҡты(ҡурҡыуҙандыр), диабет кеүектәре лә юҡ, кәүҙәм дә ауыр түгел, гимнастикаға йөрөйөм...” тиһәм дә, үҙенекен һөйләне. “Тимәк, оло кешеләргә бер рәттән барыһына ла операция тәҡдим итмәҫкә кәрәктер инде, хәҙер минең күҙҙәр элеккенән күпкә насар күрә бит?”,тим. Мине тынысландырыр өсөндер инде, бер аҙнаға больнисҡа һалып дауаланылар, унан һуң, тағын өс ай һайын килеп ятырға ҡуштылар (поддерживающая терапия). Уларҙың ярҙамы юҡ. Хәҙер барыуҙы туҡтаттым, үҙәккә тейеп бөттө. Үҙем Аллаһы тәғәләне тыңламағас, күндем инде... Ул бит миңә бик ауыр кәртәләр биреп булһа ла, иң ҡәҙерле нескә органды, күҙҙәрҙе, һаҡларға тырышҡан.
Мин һеҙгә тәҡдим итер инем:
-әле түҙерлек булһа,ҮҘ КҮҘЕГЕҘ менән йөрөргә тырышығыҙ, унан да яҡшы килеп сыҡмауы бар,
- интуицияғыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Зәйтүнә Ильясова (Көҫәпова)