Хәл былай килеп сыҡты, тырышып уҡыным, әммә йыл аҙағына “4” һәм “5” билдәләре бер тигеҙ булып килеп баҫты. Уҡытыусым һөҙөмтәлә ниндәй билдә буласағын инша билдәләй, тигән шарт ҡуйҙы. Нисек тә был хәлдән сығыу юлдарын эҙләйем, сөнки иншанан мин “биш”, хатта “дүрт” тә көтмәй инем. Көнө килеп еткәнсе бер хәйлә ҡорҙом һәм көндәлегемде һаҡлап ҡалыр өсөн дәрес башланыр алдынан медпунктҡа юлландым. Унда иһә ағайымдың дуҫы, йәш кенә егет эшкә төшөп эшләй башлағанын белә инем, бәлки, тәжрибәһеҙ табип алдында хәйләм үтеп китер...
– Һаумыһығыҙ, эсем ауырта башланы, мине ҡарағыҙ ҙа бәлки өйгә ҡайтарырһығыҙ? – индем дә үҙ йомошомдо әйттем.
– Әйҙә, ят, эсеңде тотоп ҡарайыҡ әле!
Эсемә баҫҡылап ҡарағандан һуң, ағайыбыҙ:
– Дәә, эштәр харап икән. Укол кәрәк!
Хәҙер укол ҡаҙатам да, өйгә табан йүгерәм тигән уйҙар башымда. Үҙем әйләнеп яттым. Әһә, йүгерҙең, бер генә укол түгел, икәүҙе сәпәмәһенме! Ярай инде түҙәм, ысынлап та тәжрибәһеҙ шикелле, тип уйлап ҡуйҙым. Бер аҙ ятып торғас шаҡ ҡатҡыс һүҙҙәр ишетәм:
– Хәҙер тор ҙа, дәресеңә барһаң да була!
Ике уколдан һуң бындай һүҙҙәр көтмәгәйнем инде, ауыртыуҙан инша ҡайғыһын онотоп та киткән инем бит инде, бына һиңә мә! Шулай теләмәй генә, класҡа табан йүнәлдем. Класҡа табан яҡыная башлағас, шау-шыу ишетелә башланы, класташтарым үҙҙәре генә булғанға шулай геү килә икән. Баҡтиһәң, уҡытыусыбыҙ үҙе ауырып киткән, бер ниндәй ҙә инша яҙырға кәрәкмәй. «Үәт, хәйләне ҡылғанмын тек ҡылғанмын» тип, партама шым ғына барып ултырҙым. Шу-лай итеп, сиректә «биш» сыҡты сығыуын, ике уколдың да файҙаһы булды, каникул башланыу менән уҡытыусы артынан бөтә класташтарым ауырып сыҡты. Ә мин иһә “биш” тә алдым, рәхәтләнеп урамда уйнап, тау шыуып ял да иттем. Медпунктҡа барыуҙың файҙаһын ағайым менән миңә укол яһаған дуҫының һөйләшеүенән белеп ҡалдым. Хәйләмде белеп ҡалған йәш табип витамин сәпәгән булған...