Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2020, 17:09

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ БЕРЕНСЕ БАЛА ӨСӨН БИРЕЛӘ БАШЛАЯСАҠ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталын 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға ҡушты. Ил етәксеһе, шулай уҡ әсәлек капиталын беренсе бала тыуғанда уҡ биреләсәген әйтте.

Бындай аҙымды мотлаҡ рәүештә яһарға кәрәк. Әммә бөгөн был ғына әҙ. Беҙгә балалар тураһында хыялланған йәш ғаиләләрҙе ҡеүәтләп торорға кәрәк. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн яңы саралар тәҡдим итәм, улар ошо ваҡытта уҡ көсөнә инергә тейеш. Тәүге сабыйын алған ғаилә әсәлек капиталын алырға тейеш – Владимир Путин.

Читайте нас: