Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2020, 16:01

Шайбу, Шайбу.. Гол-л.

Бөгөн "Орлан" хоккей командаһына ҡунаҡҡа "Зауралье" командаһы килде.

Уйындың беренсе осоронда уҡ ҡаршылаш команда иҫәпте асты һәм алға сыҡты.
Ял итеп сыҡҡандан һуң башҡа төрлө уйын көткән инек, тик икенсе осор башында ла Урал аръяғы егеттәре тағы ла бер шайба сәпәп үҙ еңеүҙәренә орлоҡ һалып ҡуйҙы. Шулай ҙа "Орлан"дарҙы ике шайбаға еңелеп барыу һындыра алманы, осор аҙағына еткәнсе бер-бер артлы ике шайба индереп иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы улар.
Өсөнсө осор иһә беренсене хәтерләтте, ҡунаҡтар бер шайба индерҙе һәм был еңеүсене хәл итте лә инде. Осор аҙағында "Орлан"дарға ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырып өҫтәмә уйынсыны ла майҙанға сығарыу иҫәпте тигеҙләргә ярҙам итә алманы. Ә шулай ҙа мөмкинселектәр булды. Зауралье командаһын еңеү менән ҡотлайбыҙ, ә беҙҙең егеттәргә уңыштар. Һөҙөмтә 2:3
Читайте нас: