Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2020, 21:20

Хәйерле юл һиңә, “Самрау”!

18 ғинуарҙан алып 26-на тиклем Башҡортостанда II Халыҡ-ара «Самрау» һауала осоу фестивале уҙғарыла.

Фестивалде асыу 18 ғинуаҙа Торатау итәгендә булды. Торатау тирәләй осоу 15 минут самаһы барҙы.
19 ғинуарҙа 14 һауа шары Өфө өҫтөнән осоп үтте. Улар, Салауат Юлаев проспекты, Һупайлы һәм Инорс биҫтәләре буйлап сәғәт ярым ваҡыт осҡандан һуң, Шаҡша районында ергә килеп төштө.
UfacityNews хәбәр итеүенсә, әле «Самрау» һауа шарҙары фестивале Әбйәлил районында Яҡтыкүл аша уҙып бара. Фестивалде ойоштороусыларҙың һүҙенә ҡарағанда, улар алыҫҡа осош яһаясаҡ – Урал һырты аша 8 сәғәтлек (170 км) сәйәхәт ҡылырға йыйына.
Әлбиттә, осоштарҙы алдан планлаштырып булмай, барыһы ла һауа торошонан, ел йүнәлешенән тора. Аэростат ҡайҙа килеп төшөрөн дә алдан әйтеп булмай.
Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар һаны артҡан. Былтыр унда ете команда ҡатнашһа, быйыл ике тапҡырға күберәк.
«Полёт» Өфө авиация клубы үҙенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Төмән, Великий Новгород, Великие Луки, Кунгур, Йошкар-Ола, Улан-уде һәм Әрмәнстан менән Ҡаҙағстандан йәмғеһе 20 пилотты ҡабул итә.
II Халыҡ-ара «Самрау» һауала осоу фестивален ойоштороусылар - БР Туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Һауала осоу спорты федерацияһы. Үтеүе ҡыйын булған юлһыҙ урындарҙа «Урал-Тәңре» туроператоры ҡотҡарыусылар отряды ярҙам итә.
Р.САФИНА.
Читайте нас: