Лабораториялар филиалдың ҡулланма ғилми белем биреү үҙәгенә инә һәм «Башҡорт сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында булдырылған. Был үҙәк фәнни тикшеренеүҙәр һәм химик сәнәғәттең интеграцияһына, яңы уйлап сығарылған асыштарҙы һынап ҡарау өсөн йүнәлтелгән.
Яңы лабораторияны асыу тантанаһында студенттар, уҡытыусылар, филиал директоры Рәстәм Дәминев, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Юрий Тротт, Михаил Григорьев, “Башҡорт сода компанияһы”ның персоналдар буйынса директоры Владимир Ануфриев ҡатнашты. Рөстәм Риф улы килеүселәргә лабораторияның белем биреү өсөн әһәмиәтен, сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һөй-ләп үтте һәм лаборатория буйлап экскурсия ойошторҙо.
Юғарыу уҡыу йорто педагогтары һүҙҙәренсә, лабораторияла булған яңы йыһаз студенттарҙың ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә һәм башҡа төрлө экологик темаларға бағышланған проекттарында киң ҡулланыу табасаҡ. Айырып әйткәндә, атом-абсорбациялы спектрометр сәнәғәт продукцияһында, һыуҙа, тупраҡта һәм башҡа матдәләрҙә булған зарарлы металдарҙың аҙ ғына өлөшөн дә асыҡлай ала.
“Юғары молекуляр ҡушылмалар” лабораторияһында шулай уҡ фотометр, электр ҡаршылыҡлы мейес, мультимедия һәм компьютер кеүек ҡорамалдар һатып алынған. Лаборатория бүлмәһендә һәм дөйөм корпуста ремонт яһалған. “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәте яңы асылған лабораторияға тейешле ҡорамалдар һатып алыуға һәм ремонтҡа өс миллион, дөйөм алғанда, үҙәккә бөтәһе биш миллон һум аҡса йүнәлткән. Был үҙәктә химия, сода етештереү технологиялары, поливинилхлорид һәм экология буйынса ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ.
Яңы лабораторияла үткәрелгән тәжрибәләр студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Был иһә уҡыу йортонда юғары технологиялар ҡулланып белем алырға, төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүҙәр яуларға һәм, әлбиттә, һөнәрҙе төплө үҙләштереп, ихтыяж менән талап ителгән белгес булып сығырға ярҙам итәсәк.
Автор фотолары.