Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар 2020, 13:20

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ХОҠУҒЫН КЕМ ЯҠШЫРАҠ ЯҠЛАЙ?

Башҡортостанда ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһын билдәләйәсәктәр.

«Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары араһында үткәрелгән конкурстың маҡсаты – иң яҡшы практикаларҙы асыҡлау, дәртләндереү һәм таратыу», - тине төбәктәге Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Әле Башҡортостанда ошо өлкәлә эшләгән 56 йәмәғәт ойошмаһы бар.
- Төрлө хәлдәр осрай. Мәҫәлән, физик берәмектәрҙе коллектив страховкалау программаһы буйынса хеҙмәттәрҙе көсләп тағыуҙы судта ғәмәлдән сығарырға тап йәмәғәт ойошмалары ярҙам итте. улар шулай уҡ финанс баҙарына контроллек итә, ҡулланыусылар баҙарындағы тауарҙар сифатына мониторинг үткәрә, ҡулланыусыларҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеп, дәғүә ғаризалары төҙөй, - тине ведомствоның бүлек начальнигы Ләлә Сөләймәнова
Конкурс «Ҡулланыусылар хоҡуғын судҡа тиклем һөнәри яҡлау», «Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын судта һөнәри яҡлау», «Йылдың йәмәғәт контроле», «Мәғлүмәт-ағартыу эшмәкәрлеге», «Социаль йүнәлешле йәмәғәт ойошмаһы» кеүек номинациялар буйынса ойошторола. Бәйгелә ҡатнашырға ғаризалар 10 февралдән 7 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: