Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Февраль 2020, 17:15

Февраль айында Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була?

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, февраль ғинуарҙан һыуығыраҡ була.

«Дөйөм фараз: февралдең ныҡ һалҡын булыуы көтөлмәй, ләкин температура ғинуарға ҡарағанда түбәнерәк. Был ғәҙәти булмаған хәл, әлбиттә», — тип белдерҙе Гидрометүҙәк директоры вазифаһын башҡарыусы Роман Вильфанд.
Уның һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда, февралдә һауа торошо бер төрлө булмай. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә -10 градусҡа тиклем һалҡындар көтөлә.
Башҡортостанда февралдә уртаса айлыҡ һауа температураһы -13,3 тәшкил итә, тип хәбәр иткәйне Башгидромет. Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, көндөҙ +2-нән -5 градусҡаса, төндә -1-ҙән -14 градусҡа тиклем. Айлыҡ яуым-төшөмдөң уртаса күп йыллыҡ миҡдарға яҡын булыр тип күҙ уңында тотола.
Башинформ.
Читайте нас: