Дөйөм алғанда, республикала 46,2 мең торлаҡ кредиты бирелде. Был хаҡта Үҙәк банк мәғлүмәтенә нигеҙләнгән ЦИАН тикшеренеүендә әйтелә.
Шартлы рейтингтың тәүге баҫҡысында Мәскәү тора – 80,8 мең ипотека кредиты.
Икенсе урында Мәскәү өлкәһе килә – 71,4 мең кредит.
Өсөнсөлә – Санкт-Петербург, уҙған йылда унда 64 мең торлаҡ кредиты бирелгән.
Дүртенсе урында Төмән өлкәһе урынлашҡан – 52,6 мең кредит.
Башҡортостан бишенселә – бер йылда 46,2 мең ипотека кредиты.
Рәсәй төбәктәрендә кредиттар биреүҙең иң ҡыҙыу осоро декабргә тура килде, был ваҡытта тарихта тәүге тапҡыр ипотека буйынса ставка йылына 9% тиклем түбәнәйҙе. Уҙған йылдың декабрендә бөтәһе 145 меңдән ашыу торлаҡ кредиты бирелде.
Былтыр Рәсәйҙә ипотека кредитының уртаса суммаһы 2,24 миллион һум тәшкил итте.
«Ипотека кредитының уртаса ваҡыты декабрь аҙағына 218,3 айға йәки 18,2 йылға етте. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың һуңында ипотеканы яҡынса 16,7 йылға алдылар», – тип билдәләй тикшеренеү авторҙары.