30 йәшлек Бәләбәй кешеһе багажнигында 200-ҙән ашыу минералка шешәһе эсендә 360 литр суррагатты багажнигында һаҡалаған булған. Ситтән ҡарағанда шешә эсендә ябай һыу булып күренгән, уның тышында хатта минераль һыу етештереүсеһенең яҙыуы ла йәбештерелгән булған. Үҙенең продукцияһын ир кеше легал булмаған сауҙа нөктәләренә алып барып һатыу маҡсаты менән йөрөткән. Тик “сауҙагәргә” уңыш йылмаймай, полиция хеҙмәткәрҙәре бөтә шешәләрҙе лә тартып ала һәм складҡа йүнәлтә, шешәләр суд процессында кәрәк буласаҡ.
Закон боҙоусы үҙенең ҡылған эшендә ғәйебен таныны. Тикшереү барышында ир кеше тәүге тапҡыр енәйәт эшенә тарттырылыуы тураһында асыҡлана. Уға ҡарата РФ ЕК 171.3-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, тип хәбәр итә БР эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.