Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль 2020, 19:10

ЙЫЛЫ ЮРҒАН ҺӘМ ЙОМШАҠ МЕНДӘРҘӘР ИЛЕНДӘ

Эшҡыуар булып китеү юлдары үҙенсәлекле: кемдер ошо маҡсат менән белем ала, тәжрибә йыя, йәшәгән урынын алмаштыра. Шулай Әлшәй районы егете Ринат Усманов та эш эҙләп Стәрлетамаҡҡа килә.

Тәжрибәһе булмаған егет иң тәүҙә колхоз баҙарына барып һатыусы-консультант, йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Ике йыл эсендә сауҙа итеүҙе, тауарҙың төрлөлөгөн яттан белеп алған егет, үҙе эшләп йөрөгән магазин хужаһының бар эшен алып бара башлай, тауарҙы ҡайҙан алып килергә, ниндәй хаҡ менән һатырға, ғөмүмән, бар нескәлектәренә төшө-нөп еткәс, ул үҙенең тәүге сауҙа нөктәһен асырға ҡарар итә. 4-5 йыл тирәһе бер урында эшләп алғандан һуң, район-ара базала ла тағы бер магазин асырға була. Урынды алдан һайлап, оҙаҡҡа һуҙмай, эште баш-лап та ебәрә. Әле булһа, йомшаҡ юрғандар, мендәрҙәр, матрас, таҫтамалдар, мебель туҡымалары, бик күп тауарҙар менән һатыу итә.

Әлеге көндә үҙ эшен башлап тороусыларҙы дәүләт дәртләндереп торһа, элегерәк ундай тенденциялар юҡ ине. Шулай ҙа барыһын да үҙ көсө менән йырып сығып, ал-ял белмәй эшләргә, һалған аҡсалар өсөн яуап тотоп баҙнат итеүселәр була. Һәр кемде лә тап башланғыс мәлдәр, унда килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар, ҡурҡыу, икеләнеүҙәр борсой. Беҙ ҙә Ринат Рафаил улынан был кисерештәрен һораныҡ.
– Бер ниндәй ҙә ҡурҡыу юҡ ине, сөнки тәржибәм бар, барыһын да беләм. Иң тәүге ауырлыҡ – эш башларға аҡса булмау. Быны хәл итер өсөн банктан 200 мең һум кредит алдым һәм ярты йыл эсендә был кредитты ҡаплатып та ҡуйҙым. Әгәр ҙә үҙеңә маҡсат ҡуяһың икән, барыһына ла ирешергә мөмкин, – ти ул.
– Ә нисек һатып алыусыларҙы йәлеп итә алдығыҙ һуң? – тип һаман ныҡышабыҙ.

– Мин тик сифатлы тауар ғына тәҡдим итәм. Шуға күрә үҙемдең һәр ваҡыт һатып алыусылар, русса әйткәндә, “постоянный клиенттар” барлыҡҡа килде. Туғандарым да, таныштарым да тауар артынан миңә киләләр. Бөтәһенә лә оҡшай, тәнҡитләп йөрөгәндәре юҡ. Тағы ла шуныһы бар: беҙҙә заказ буйынса юрған, матрас тышлыҡтарын үҙеңә оҡшаған тауарҙан тектереп алырға ла була, әҙер комплекттар менән сағыштырғанда осһоҙораҡ та сыға, – тип уңыш серҙәрен аса йүнсел.

«Эшҡыуарҙарға ял юҡ, һеҙ ҡайҙан көс алаһығыҙ, нисек ял итәһегеҙ?» – тигәс:
– Мин был турала бер ҡасан да уйланғаным юҡ, артабан да үҫешергә, киңәйергә тигән пландар алға өндәй. Зарланып ултырырға яратмайбыҙ, ял итергә лә ваҡыт табабыҙ, заманаһы шулай, – ти Ринат.
Ринат эштә лә, ғаилә лә өлгөр, ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм ул үҫтерә. «Ашҡаҙар» гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған бүләк уйнатыуҙа бағыусы ла булды. Тимәк, башҡорт эшҡыуары үҙ теле өсөн дә янып йәшәй. Уға киләсәктә ҙур килемле эшҡыуар булып китеүен теләйбеҙ.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: