Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 19:20

Тормоштары ла матур булһын!

Стәрлетамаҡта 20 февралдә 15 пар никахлашҡан. Сөнки 20.02.2020 һандары – матур дата тип инана ғаилә ҡороусы йәштәр.

Башҡортостанда иһә был көндө 330 пар никах теркәгән. Был хаҡта Юстиция эштәре буйынса БР Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Өфөлә «матур дата»ла 111 пар өйләнешкән. Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә был көндө 15 пар йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләгән.
Республикабыҙҙағы райондарға килгәндә, күпселек никахтар Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондарында теркәлгән – 9-ар никах. Был мөғжизәле көндә генә түгел, ғөмүмән, ғаилә ҡороусы йәштәргә һәр саҡ аҡ бәхеттәр юлдаш булһын, тип теләйек!
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: