Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 15:55

VI “Бөтә донъя фольклориадаһы - 2020” Башҡортостанда нисек үтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры, “Бөтә донъя фольклориадаһы – 2020”-гә әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса Дирекция етәксеһе Артур Әлибәков «VI Бөтә донъя фольклор фестивале (VI Бөтә донъя фольклориадаһы) Башҡортостан Республикаһында, Рәсәйҙә. Фестиваль программаһы Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында» доклады менән сығыш яһаны.

Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы исеменән иң эре халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивален –
6-сы Бөтә донъя фольклориадаһын CIOFF® ҡабул итә. Ойоштороусылар аңлатыуынса, фольклориаданың маҡсаты – бөтә донъя буйынса CIOFF® милли секциялары вәкилдәренең матди булмаған мәҙәни мираҫ вәкилдәрен берләштереү.
Сара майҙаны үҙендә бейеүҙәр, йырҙар, музыка ҡоралдарында уйнау, традицион уйындар кеүек төрлө халыҡ художество ижады элементарын берләштерә. Сара дүрт йылға бер тапҡыр үтә. Артур Әлибәков үҙенең сығышында билдәләүенсә, Рәсәйҙә CIOFF® милли секцияһы 30 йыл самаһы эшләп килә һәм бөгөн Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто тарафынан тәҡдим ителде.
«CIOFF® Бөтә донъя Фольклориадаһы ойошманың ағзалары булып торған илдәрҙән ҡатнашыусылар ҡабул итә. Беҙ, ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, башҡа илдәрҙе лә саҡыра алабыҙ. Беҙ Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Грузия, Молдова, Ҡаҙағстан республикларына саҡырыуҙар ебәрҙек. Үзбәкстан, Тажикстан, Молдова һәм Ҡаҙағстан үҙҙәренең ҡатнашасағын раҫланы. Төркмәнстан менән һөйләшеүҙәр алып барыла», – тине Артур Айҙар улы.
Читайте нас: