Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2020, 14:40

Өфөлә «Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө» халыҡ-ара форумына әҙерлек башланды

Республикала «Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли форумы уҙғарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.

Форумды үткәреү тәҡдиме менән «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе сығыш яһаны.
Форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй, ойоштороу комитетына шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, тарихсы-ғалимдар инде.
Ойоштороу комитетына — форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләү, раҫлау, Башҡортостан хөкүмәтенә — бойороҡто тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына киң мәғлүмәт сараларында форум сараларын яҡтыртыу бурысы йөкмәтелде.
Башинформ.
Читайте нас в