Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2020, 01:24

«АШҠАҘАР ГҮЗӘЛЕ - 2020» КЕМ БУЛЫР?

Ҡалабыҙҙа 19 февраль көнө башҡорт һылыуҙары араһында «Стәрлетамаҡ гүзәле – 2020» бәйгеһенең һайлап алыу этабы үтте. 14 конкурсант араһынан финалға 8 һылыуҡай һайланды. Әлеге мәлдә улар төп сараға әҙерләнә. Һылыуҡайҙар менән беҙ ҙә барып таныштыҡ һәм һәр йылдағыса «Ашҡаҙар гәзите гүзәлен» билдәләргә булдыҡ. Конкурстың еңеүсеһен һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләйәсәкбеҙ. 1 март, яҙҙың тәүге көнөндә башлайбыҙ.

Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ҡыҙы Хәйсәрова Зөһрә. Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри коледжы студенты.
Тормош девизы: «Һәр атҡан таңым өсөн Аллаға рәхмәт әйтәм дә, бөгөн мин бәхетле, тип яңы көнөмдө башлайым».
Маҡсаты: «Киләсәктә туғандарыма, илемә кәрәкле кеше булыу!»

Ишембай районы әхмәр ауылы ҡыҙы Әминова Алһыу. Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ политехник колледжында беренсе курста уҡып йөрөй.
Тормош девизы: «Тормошта ышаныслы аҙымдар менән тик алға атларға».
Маҡсаты: «Башҡортостан республикаһына файҙалы кеше булырға!»

Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы ҡыҙы Вәхитова Гөлфиә. Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ медицина колледжының фармацевтика бүлегендә белем ала.
Тормош девизы: «Кешеләргә изгелек ҡылыу, донъяның матурлығын күрә белергә, йәшәү ҡәҙерен аңларға өндәү».
Маҡсаты: «Үҙ ғаиләмде ҡороп, бәхетле ҡатын һәм әсәй булып йәшәүгә ҙур өмөтөм».

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы Ғәитова Луиза.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының химия-технология колледжында һөнәр үҙләштерә.
Тормош девизы: «Үҙеңдә ышанһаң, бөтә эште булдырасаҡһың».
Маҡсаты: «Изге уйҙа булырға. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә кеше булып ҡалырға».

Бөрйән районы Брәтәк ауылы һылыуы Семенова Эльвина.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты.
Тормош девизы: «Алға, тик алға!».
Маҡсаты: «Киләсәктә диктор булыу».

Мәләүез районы Корнеевка ауылы ҡыҙы Хөсәинова Зөһрә. Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжының беренсе курс студенты.
Тормош девизы: «Бер ваҡытта ла туҡталып ҡалмаҫҡа, тик алға барырға!».
Маҡсаты: «Мең китап уҡып сығырға. Белемле булырға»
Мәләүез ҡалаһы ҡыҙы, Хәбибуллина Гөлсәсәк. Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжының өсөнсө курс студенты.
Тормош девизы: «Нимә тип әйтһәләр ҙә үҙем булып ҡаласаҡмын».
Маҡсаты: «Уңышлы кеше булырға».
Читайте нас: