Билдәле булыуынса, 2 мартта А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә «Етегән» байрамы сиктәрендә «Яуҙа һыналған мөхәббәт» исемле әҙәби - музыкаль композиция үтте.
Сараның беренсе өлөшө Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды һәм унда Башҡортостан яҙыусыларының һәм шағирҙәренең яу яландарында госпиталдәрҙә, тылда яралған мөхәббәттәре һәм ғаиләләре тураһында әҫәрҙәр бәйән ителде. Өфө ҡунаҡтары – күренекле шағирәләр: Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Тамара Искәндәриә һәм йәш шағирә Айгөл Йәмилева үҙҙәренең сығыштарында ата-бабаларының мөхәббәтенә, ғаиләләренә ҡағылған хәтирәләргә туҡталдылар. һәм әлбиттә патриотик һәм лирик шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Шулай уҡ, ҡунаҡтар туған тел, милли тәрбиәгә лә туҡталдылар. Шағирә Тамара Искәндәриә лә атаһының йәшләй генә һуғышта ҡатнашып, унда Тамара исемле ҡыҙға ғашиҡ булыуы, тәүге мөхәббәте хөрмәтенә ҡыҙына уның исемен ҡушыуы хаҡында тулҡынланып һөйләне. Шағирә Гөлназ Ҡотиоеваның да хәбәрһеҙ юғалған олатаһының, туғандарының эҙҙәре буйлап йөрөүҙәре, уларҙың ҡәберҙәрен табып доға ҡылыуҙарын, сәфәр ҡылыусыларҙың береһенең яҡты донъяларҙан китеп барыуы хаҡында һөйләне, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында махсус рубрика булдырыуҙары тураһында хәбәр итте. Шағирә Лариса Абдуллина әсәһе яҡлап та, атаһы яҡлап та олатайҙары хаҡында бик хөрмәтләп иҫкә алды. Уларҙың бар булмышын күҙ алдына баҫтырҙы. үҙе эшләгән «Башҡортостан» гәзитен Урал батыр рухына тоғро гәзит тип атаны. Уралына тоғро зыялылар булыуына сикһеҙ ғорурланды. Ә инде байрамға килгәндә, Етегәндең башында йәштәр тороуын, киләсәктә был сараның дәүләтселек тарафынан да хуплау табырына ышаныс белдерҙе. Ә инде милли баҫмаларға яҙылыу, балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү ҙә үҙебеҙҙән тороуына айырым туҡталып уҙҙы. Интернет селтәрендә яҡшылыҡ эҙләһәң яҡшы сыға, насарлыҡ эҙләһәң насар сыға, тине ул. Йәш шағирә Айгөл Йәмилева ла 6 йәшлек ҡыҙы менән ҡала транспортында матур итеп башҡортса аралаша алыуына, хәҙер инде ике телде лә яҡшы белеүенә, етмәһә инглиз телен үҙләштерә башлауына сикһеҙ ҡыуана икән. Сарала ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ шағирәһе Вилә Баймырҙина үҙҙәренең ғаилә бәхетенең тарихын ентекле итеп. матур хәтирәләргә бирелеп күҙ алдына баҫтырҙы. Иң мөһиме ата-әсәләрҙе үҙегеҙҙең мәнәсәбәттәргә ҡыҫылдырмау, тине ул. Әлбиттә һәр шағирә «Етегән» байрамына үҙенең шиғри күстәнәсе менән килгәйне, улар
патриотик һәм лирик шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Шулай уҡ, ҡунаҡтар туған тел, милли тәрбиәгә лә туҡталдылар. Әүҙем китап уҡыусы, мәғариф ветераны Кәлимуллина Гөлшат ата-әсәһенең һуғыш осоронда тыуған мөхәббәтен һәм ғаиләһен хәтерләһә, мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттарының Еңеүгә бағышланған композицияһы барыһына ла хуш килде.
Байрамдың икенсе өлөшөндә «Өлгөлө ғаиләләр» ҙе хөрмәтләү тантанаһына үтте, улар: Ибраҡовтар, Валишиндар, Тимергалиевтар беҙҙең ҡалала йәшәп, төрлө сфераларҙа уңышлы хеҙмәт итеп, матур ғаилә ҡороп, тәрбиәле балалар-ейәндәр үҫтергәндәр парҙар. Улар һәммәһе үҙҙәренең бәхет сере тураһында һөйләне. Ә инде «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашҡан 62 балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Әлфиә Ғәлиева менән Алиса Илькина үҙҙәренең уңыш серҙәре менән уртаҡлашты.
Сара аҙағында ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова бәйгеселәргә Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә «Етегән -2020» байрамының йомғаҡлау сараһы дауам итте. Байрам тантанаһы Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ашҡаҙар" спектакленән башҡорт туйын һынландырған өҙөк менән асып ебәрҙеләр Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотланы. «Беҙҙең төбәктә «валентинкалар» түгел «етегән»дәр таратылырға тейеш тигән фекер әйтте ул. Бәйгегә йомғаҡ яһау минуттапры ла килеп етте. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, шағирәләр Тамара Юлдашева, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Йәштәр Хөкүмәте етәксеһе Ислам Төхвәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин тәбрикләне.
Шулай итеп, Өфө ҡалаһынан Әлфирә Әсәҙуллина – 1-се, Ейәнсура районынан Рәмзилә Ҡолһарина – 2-се, Ишембай ҡалаһынан Роберт Горбунов 3-се урын яуланы. Йыр башҡарыу оҫталығында Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғоловҡа етеүсе булманы. Ә Ишембай районынан Әлфинур Хәсәнова менән Стәрлетамаҡтан Фәиз Үҙәнбаев 2-се, 3-сө урындарҙы яуланы.
Ҡыҫҡа метражлы фильмдар буйынса Ейәнсура районынан Рәфис Ҡуйбағаровтың ”Ҡәҙер” фильмы, һис шикһеҙ, 1-се урынға лайыҡ булыуына тамашасылар ҙа шаһит булды. Биш минут тирәһе барған был картинаны сара барышында күрһәтеп, автор алҡыштарға күмелде.
Стәрлетамаҡтан “Яратам” фильмы менән Шамил Байрамғолов – 2-се, Әбйәлил районынан Иҙристовтар – 3-сө урын алды.
Асылмалар буйынса Сибайҙан Гүзәл Бүләкәнова – 1-се, Дәүләкәндән Альбина Бәширова – 2-се, Октябрьский ҡалаһынан Анна Дубинина 3-сө урын яуланы.
Фотолар буйынса Әбйәлил районынан Теләүғоловтар ғаиләһенә – 1-се, Өфө ҡалаһынан Гөлнара Шафиҡоваға – 2-се, Миәкә районынан Таңсулпан Әхмәроваға 1-се урын бирелде.
Бейеү буйынса Салауат районынан Нияз Ғәлиуллинға етеүсе булманы. Атай кеше кескәй улы менән сәхнәгә сығып бейей башлағайны, тамашасылар ҡул саба башланы! Афарин ир-егеттәргә! Сибай ҡалаһынан Фәтхетдиновтар – 2-се, Стәрлетамаҡтан Фәиз и Илһам Уҙәнбаевтар 3-сө урынға лайыҡ булды. Флешмоб буйынса Стәрлетамаҡтан Лоҡмановтар – 1-се, шул уҡ ҡаланан Регина Ҡаҙбулатова – 2-се, Сибай ҡалаһынан Алһыу Фәтхетдинова 3-сө урынға лайыҡ булды.
Билдәле булыуынса“Етегән” конкурсында республиканың 13 ҡалаһынан, 24 районынан 700 ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Норильск, Сорғот ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булған. Шул иҫәптән йырға – 68, бейеүгә – 111, флешмобҡа – 150, фильмға – 65, шиғырға – 46, асылмаға – 43, фотоға 217 ҡатнашыусы эшен тәҡдим иткән.
Конкурстың башында торған ойоштороусы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова йәмәғәтселек башланғысындағы сараға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенә, баһалама ағзаларына рәхмәт әйтте. Тамашаны ла төбәк артистары әҙерләгән, режиссеры Зиннур Сөләймәнов.
Сарала Тимерғәлиевтар ғаиләһе ҡалабыҙҙың иң күркәм ғаиләһе булып танылды. Бына ошондай ғаиләләр беҙгә өлгө булып тора ла инде.
Яҙҙың иң матур көнөндә үткәрелгән был сараның быйылғыһы ла юғары кимәлдә үтте тип баһаларға булалыр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.
Фекерҙәр:
Тамара Искәндәриә: