Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 15:20

СИБӘРҘӘРҘӘН-СИБӘР БУЛЫР ӨСӨН

Миля Ҡадированың «Нежнее нежного» төркөмөндәге мауыҡтырғыс яҙмаларҙы күргәс, ҡыҙҙың үҙе менән дә яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы миндә. Сөнки күрһәтелгән хеҙмәттәр араһында косметология, массаж, шугаринг, пилингтарҙан тыш йәшәртеү, битте таҙартыу тигәндәре иғтибарымды нығыраҡ йәлеп итте. Ҡаранай Моратов урамындағы 12-се йорттоң ҡуртымға алған ыҡсым ғына фатирында ҡабул итә икән ул.

Ҡасандыр ҡалабыҙҙың 20-се мәктәбендә уҡыған Миля Стәрлетамаҡ ме-дицина колледжын тамам-лағандан һуң, 4 йыл дауа-ханала лаборант булып эшләгән. Артабан белемен камиллаштырып, үҙ эшен асып ебәреүгә лә өс йыл булып киткән. Уның эш графигы бик тығыҙ: иртәнге һигеҙҙән киске унға тиклем эшләгән саҡтары ла була икән был тырыш ҡыҙҙың. Уға төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә: мәктәп балаларынан алып әбейҙәргә тиклем. Бында массаждың әллә күпме төрөн алырға була. Хатта целлюлитҡа ҡаршы ла тип ышандыра мөләйем йылмайып Миля. Әлбиттә, һәр хеҙмәттең тәғәйен хаҡы менән ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым. Айына бер килеп, битте бер тапҡыр таҙарттырып китеү мең һум тәшкил итә. Ә инде 10-12 көнлөк комплекслы хеҙмәт алғанда, һәр процедураға 700 һум түләргә тура киләсәк. Был осраҡта инде битте бушҡа таҙартасаҡһығыҙ.
Әлбиттә, һәр ҡатын-ҡыҙға матурыраҡ күренер өсөн был аҡсаны сарыф итеү әллә ни күп тә түгел һымаҡ. Ә инде матурлығың һаулығыңды ла нығытып ебәрһә, йәғни көҙгөгә ҡараған һайын үҙеңде ҡарағың килеп торһа, бөтөнләй йәл түгел, тимәксемен. Миля Рөстәм ҡыҙын төп эшенән тыш Ҡаранай Моратов урамындағы матурлыҡ студияһында ла осратырға мөмкин. Әйткәндәй, ул йыш ҡына йәмәғәт эштәрендә, ҡалала үткән сараларҙа бағымсы булараҡ та ҡатнаша. Был иһә үҙ эшенең оҫтаһы булған Миля Ҡадированың йомартлығы тураһында ла һөйләй. «Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан гүзәл заттарыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?» тигән һорауға ул: «Ҡатын-ҡыҙҙарға хас мөләйем тәбиғәтле, нәфис, гүзәл, күркәм булһындар, шул уҡ ваҡытта көслө заттар һәр саҡ яратһын өсөн тышҡы ҡиәфәттәренә лә иғтибар итһендәр ине… Ә ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өҫтәргә беҙҙең ишектәр һәр саҡ асыҡ», – тине. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ бәхете башҡаларға матурлыҡ өләшеүсе Миляның үҙен дә урап үтмәҫ. Уның яулайһы үрҙәре лә, бәхете лә алда әле.
Читайте нас: