Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2020, 14:05

ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ ПРИБОРЫ БИШ БАЛАЛЫ ҒАИЛӘНЕ ҠОТҠАРҒАН

Ейәнсура районында биш балалы әсә яңғынды иҫкәртеүсе прибор тауышына уянып янғындан ғаиләһен һаҡлап ҡала алған.Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә янғын Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында теркәлгән. Йорт эсендә 32 йәшлек ҡатын һәм уның биш балаһы булған. Бер мәл күп балалы әсә янғын иҫкәртеүсе прибор тауышын ишетеп ҡала һәм тәҙрә аша балаларҙы сығарып өлгөрә.

Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә, улар янғынды тулыһынса һүндерә.
Ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Тәүге версия буйынса, янғын электр сымдарын дөрөҫ үткәрмәүгә бәйле булыуы мөмкин.
Читайте нас: