Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 00:14

«САЛАУАТ ЮЛАЕВ» «АВАНГАРД»ТЫ ОТПУСКЫҒА ЕБӘРҘЕ

Салауат Юлаев хоккей командаһы бөгөн Өфөлә сираттағы еңеүгә өлгәште һәм Омскийҙың Авангардын ялға оҙатты. Ҡаршылаш командаға хоккей миҙгеле тамам, ә юлаевцылар дауам итә. Һәм беҙҙе йәшел дерби көтә, киләһе сериялар командабыҙ «Аҡ Барыҫ» менән көш һынашасаҡ. Иҫәп һәм статистика буйынса аналитика, һандар килтереп тормайбыҙ. Сөнки тап ошо нигеҙҙә спорт белгестәре командабыҙҙы беренсе серияла уҡ төшөп ҡала, ә Авангард финалға барып етеүе мөмкин, тип вәғәҙә итәләр ине.Әлеге уйын тап былтырғы өсөн яуап та инде, ул ваҡытта конференцияның финалында улар беҙҙе еңеп үтеп киткән ине. Уйындың сюжеты ла былтырғыны хәтерләтте, ул ваҡытта командабыҙға бер аҙ уңыш етеңкерәмәне. Ҡаты бәрелештән һуң көс йыйып йәнә йәшел ут эсенә инәбеҙ. Быйыл «Аҡ Барыҫ»ты ЦСКА һәм СКА командалары менән бер рәтән

ҡуйып Гагарин кубогына өлгәшә алырлыҡ командалар иҫәбенә индерәләр. Уныһын ҡарап ҡарарбыҙ. Әлегә киләһе серияның уңайлы яҡтарын ҡарайыҡ, Татарстан эргәбеҙҙә, уйындарға йөрөүе үтә ныҡ алыҫ булмаҫ. Һуңғы уйындарҙа ҡапҡа һаҡсыһы Юха Метсола үҙ уйынын күрһәтә башлаған кеүек тойола башланы. Шуныһы бар, былтырғы кеүек үк һөжөмсө снайперға өмөттәребеҙ аҡланмай, былтыр Антон Бурдасов йәрхәт алып уйындарҙа ҡатнаша алмаһа, быйыл Никита Сошников уйындарҙан ситтә ҡала. Был юҫыҡтағы ҡара һыҙат ҡасан тамамланыр икән?
Читайте нас: