Ошо көндәрҙә беҙҙең яратҡан артисыбыҙ һәм алып барыусы Илгиз Таһировтың да ғаиләһе артҡан. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, “Сәләм” тапшырыуы алып барыусыһы Илгиз Таһиров өсөнсөгә атай булған. Был хаҡта ул үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙа: “Тыуҙы! Бөгөн улым тыуҙы! Мин атай! Өсөнсөгә! Рәхмәт, ҡәҙерлем! Яратам!”
Беҙ ҙә артистың һәм уны ҡатыны Әлфиәнең шатлығын уртаҡлашабыҙ, бәләкәскә ауырымай, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ. Өс ул тәрбиәләүсе Таһировтар ғаиләһенә именлек-ҡыуаныстар юлдаш булһын!