Ул 1942 йылдың мартында, 19 йәшендә фронтҡа алына, разведчик була. Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Донды, Днепрҙы, Одерҙы аша сыҡҡан һалдат ул. Германия границаһын үтеп, Бреслау ҡалаһына тиклем барып еткән.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы орденыны һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
1946 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип була. Өләсәйебеҙ Фәүзийә Хайрулла ҡыҙы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡыҙғанысҡа күрә мин Бәҙғетдин олатайымды күрә алманым, ләкин ул минең өсөн мәңгелек герой булып ҡаласаҡ.