Мәҫәлән, кәбеҫтә 7,3 процентҡа ҡиммәтләнһә, кишер – 6,1 процентҡа. Был йәшлесәләргә уртаса хаҡ: 24,54 һум һәи 28,65 һум. Йәшлесәгә генә түгел, көнбағыш майына ла бер аҙ хаҡ артты, был йәһәттән һандар төрлө ерҙә төрлөсә булып ҡала.
Ә бына, миҙгелгә бәйле, һуған һәм помидорға хаҡтар, киреһенсә, төштө: 43,15 һум һәм 150,54 һум. Әйткәндәй, баҡсала үҫмәһә лә, был арала шиколадҡа ла хаҡтар бер аҙ кәмене тип билдәләй белгестәр.