Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Общие статьи
28 Мая 2020, 11:03

Киоскыны алып ташланылар

Стәрлетамаҡта “Инцидент” системаһы халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеү буйынса әүҙем эшләй.

Күптән түгел был виртуаль “күҙәтеүсе” Урал Иҫәнбаев исемле ир-уҙамандың мөрәжәғәтенә юлыҡҡан.
Мөрәжәғәттә былай тиелә: “Суд ҡарары буйынса һүрәттәге киоск әле 2019 йылдың 6 апрелендә үк алып ташланырға тейеш ине, әммә бөтә санитар талаптарҙы боҙоп, унда һаман да шикле тауарҙар һаталар”. Был борсоулы хәл яуапһыҙ ҡалманы: киоск алып ташланды. “Артем урамы 25-се йорт адресы буйынса урынлашҡан киоск 2020 йылдың 6 апреленә һүтелергә тейеш”, - тигән комментарий ҡалдырған Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. Нисек кенә булмаһын, һүрәттән күренеүенсә, мөрәжәғәт итеүсенең проблемаһы хәл ителгән.

Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас