Ҡала хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ремонт һәм төҙөкләндереү идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре Стәрле йылғаһының “Көнкүреш йорто” янындағы биләмәһен йыйыштырҙы, яр буйын үҫентеләрҙән, сүп-сарҙан таҙартты. Эштәр ағас ҡырҡыу ҡайсылары, балта һәм башҡа ҡорамалдар ярҙамында, тейешле хәүефһеҙлек сараларын үтәп, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланып башҡарылды.
Әйтергә кәрәк, ҡалабыҙ көндән-көн күҙгә күренеп матурая, төҙөкләнә бара. Таҙалыҡ көндәре сиктәрендә коммуналь хеҙмәттәр сүп-сарҙы йыйыштырып юл ситенә сығарып ҡуйыу, ҡойма-кәртәләрҙе рәтләү, урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Идарасы компаниялар үҙҙәренә беркетелгән йорт яны биләмәләрен матурлай, йорттар янына ҡара тупраҡ килтереп һала һәм башҡа эштәр уҙғара.
Ә беҙҙең, ҡала халҡының бурысы – ошо матурлыҡтың ҡәҙерен белеү, ҡалабыҙҙы бергәләп таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу, әлбиттә.