Общие статьи
20 Июнь 2020, 05:30

АҠ ХАЛАТЛЫЛАР АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыҒәҙәттә, медицина хеҙмәткәрҙәре июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай. Әммә быйыл байрамдар бер аҙнаға кисектерелеп тора, был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе. Ысынлап та, быйылғы йыл тормошҡа бик күп үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итте. Коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн рекордлы сроктарҙа Өфө эргәһендә инфекция үҙәге төҙөлдө, ошондай уҡ йүнәлештә эш алып барыу өсөн Стәрлетамаҡтың 2-се дауаханаһы (элекке «Машзавод» йәки 3-сө дауахана) махсус хәстәханаға үҙгәртелде. Әлбиттә, үҙ өлөшөн «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы ҡайтарылған медицина ҡорамалдары ла индерҙе. Ниндәй генә төҙөлөш булмаһын, ҡорамалдар һатып алынмаһын, уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәренән башҡа бер нисек эшләтеп тә, күҙ алдына килтереп тә булмай. Быны бигерәк тә ауыр мәлдәрҙә тағы ла нығыраҡ тойҙоҡ.

Бөтәбеҙ ҙә белә, сир әлегә бирешергә теләмәй, медиктар һаман да көсөргәнешле шарттарҙа уның менән көрәш алып бара. Медицина көнө алдынан “фронттың” алғы рәтендә барыусылар менән әңгәмә ҡормай булдыра алманыҡ һәм
әлеге мәлдә ҡаланың 2-се дауаханаһында булдырылған инфекция хәстәханаһында эшләп йөрөүселәр йәки коронавирус сирлеләрҙе дауалаусылар менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Уларҙың фекерҙәре һеҙгә лә ҡыҙыҡ һәм фәһемле булыр тип уйлайбыҙ.
Михаил КУЗНЕЦОВ, баш табип урынбаҫары:
– Беҙҙең яңы вирусты дауалау өсөн 14 көнләп вахта менән эшләгәнде ишеткәнһегеҙҙер. Тәүге вахтаға коллегаларым да, үҙем дә ниндәйҙер ышаныс менән барҙыҡ. Барыһын да дауалап сығарырбыҙ, тулҡын бер нисә аҙнала үтеп китер кеүек ине, тик ауырыусылар килеүе һаман да дауам итә, алтынсы вахтаға йәнә үҙем инергә әҙерләнәм. Тәүге көндәрҙән алып ғаиләмде күргәнем юҡ, үҙизоляцияға ҡайтҡан саҡта ла фатирҙа бер үҙем генә булдым. Сөнки ҡурҡыныс, бигерәк тә кешегә таратыу ҡурҡынысы төрлө уйҙарға һала. Хәҙер килеп, эш талаптарына күнектек, башҡаса булмай.
Өҫтәмә федераль түләүҙәргә килгәндә, барыһы ла ваҡытында бирелде. Әммә хәстәханаға үҙем дә, бергә булған коллегаларым да
түләүҙәр өсөн килмәнек, беҙ улар тураһында түләүҙәр күскәс кенә белдек.
Байрамдар етеп килә, әммә ниндәйҙер концерт, кисә тураһында һүҙ бармай. Дөрөҫөн әйткәндә, ваҡыт бик аҙ, хатта йоҡо ла туйҙырып өлгөрөп булмай. Коллегалар менән бергә күрешеп, уларҙың хәлдәрен белешеп, эштән тыш аралашыу ҙа бер аҙ ял кинәнесен, ял тойғоһон килтерер тип уйлайым. Әлегә байрам ошондай формала үтеп китер, шуға ла коллегаларыма сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйем.
Гүзәлиә ҒӘББӘСОВА, табип-терапевт:
– Әлеге мәлдә мин икенсе вахтаға килдем һәм эшләп йөрөйөм, 20 июндә беҙҙе алмаштырасаҡтар. Беҙ эшләгән бина ике өлөшкә бүленгән, береһендә беҙ йәшәйбеҙ, документтар тултырабыҙ, ә икенсеһе ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Унда
беҙ чумаға ҡаршы костюм, ике ҡат медицина битлектәре, респиратор, һаҡлаусы экран, ике ҡатлап резина бирсәткәләр, резина итектәр кейеп инәбеҙ. Әлбиттә, был ауыр, тын алыуы өсөн дә, эшләгәндә лә ҡыйын, шулай алты сәғәт йөрөп сығабыҙ. Сыҡҡанда инде тағы ла иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки кейемде сискәндә яңылыш танауға, ауыҙға тейергә ярамай, 15 минут тирәһе зарарһыҙланғас, йыуынып килеп сығабыҙ. Бында ҡала хеҙмәткәрҙәре генә эшләмәй,
Өфөнән килгән белгестәр ҙә бар.
Ауырыуҙарға килгәндә, төрлө хәлдәгеләре бар, тәүҙә килеүселәр вирусты ҡайҙа эләктереүҙәрен аныҡ белһәләр, һуңғы ваҡытта бер ҡайҙа ла бармай урамға сығып ҡына йоҡтороусылар килә башланы. Дауаланып сығыусылар ҙа артты, көнөнә 20 кеше тирәһе өйҙәренә ҡайтып тора. Ҡайһы берҙәре 8-10 көндә лә шәбәйә, оҙаҡ ятҡандар ҙа бар.
Эльвира ТИМЕРБАЕВА, өлкән шәфҡәт туташы:
– Хәстәханала коронавирус менән ауырыусылар эргәһендә күберәк беҙ йөрөйбөҙ, шуға ла ауырып китергә мөмкинлектәр етерлек. Әммә был эште лә кемдер башҡарырға тейеш бит, ауырыуҙарҙы дауаларға кәрәк. Беҙ таҙалыҡ өсөн яуаплы, ауырыуҙарға ваҡытында медикаменттар, аҙыҡ түлек килтерергә, уларҙың хәлен ҡарап торорға тейешбеҙ. Ауырыуҙарҙың төрлөһө бар, вирус йәштәргә лә, ололарға ла йоға. Вирус йоҡтороп тағы ла хроник ауырыуҙары булғандар йәки хирургия өлкәһендә ярҙам талап иткәндәр булһа, бер пациентты хирург та, терапевт та, инфекционист та дауалай. Бигерәк тә йөрәк, ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлеген тикшереп торорға кәрәк, был яҡтан ауырыуҙың хәлен насарайтырға ярамай.
Күптәр вирустың барлығына ышанмай һәм беҙгә килеп эләгә. Вирус бар һәм пандемия шарттарында ябай ғына булған талаптарҙы үтәп торһон ине халыҡ. Сөнки күреп тораһығыҙ, медиктарға күпкә ҡатыраҡ хәүефһеҙлек саралары күреп эшләргә тура килә.
Байрам алдынан коллегаларыма түҙемлек һәм, әлбиттә, эшләп сыҡҡандан һуң коронавирусҡа яһалған анализдар кире һөҙөмтә күрһәтеүен теләйем.
Читайте нас