Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2020, 16:30

Туғандаш халыҡтар бит беҙ!

Борон-борондан илгә һынау килһә, уны берҙәм булып, бергәләп үткәреп ебәргәндәр. Коронавирус менән бәйле шарттарҙа ла кешеләрҙең бер төптән булып йәшәүе тик яҡшыға ғына.Ошо көндәрҙә Башҡортостан татарҙарының Стәрлетамаҡ бүлексәһе башҡарма комитеты ағзаларының Ҡырғыҙстандан килеп, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡып йөрөгән студенттарға матдиярҙам күрһәтеүе лә ошо берҙәмлектең бер сағыу өлгөһө булып тора.

Ошо сарала үҙе лә әүҙем ҡатнашыусы ҡала хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев белдереүенсә, Стәрлетамаҡта алты милли ойошма эшләп килә һәм ниндәй генә һынауҙар килмәһен, һәр милләт вәкиле ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
– Стәрлетамаҡ шуныһы менән көслө лә, – ти был йәһәттән Илгиз Руслан улы.
Күптән түгел генә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе вәкилдәре ауыр хеҙмәт башҡарған табиптарға һәм мохтаж булғандарға матди ярҙам күрһәтте, ә бөгөн ҡала татарҙары ойошмаһы өйҙәренә инде өс айҙан ашыу ҡайта алмай, үҙизоляцияла булған студенттарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте.
– Ҡалала эшләп-йәшәп килгән эшҡыуарҙар, коллегаларымуҡытыусылар менән берлектә 20 мең һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алдыҡ. Ошондай мәлдәрҙә генә түгел, һәр саҡ берҙәмлектә
булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәргә кәрәк. Беҙ бит туғандаш халыҡтар! – тип һөйләп үтте башҡарылған изге эш хаҡында Башҡортостан татарҙарының Стәрлетамаҡ
бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Илсур Мансуров та. Был акция сиктәрендә Ҡырғыҙстандан килгән иллегә яҡын студент аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән генә түгел, күпме күңел
йылыһы ла алды туғандаш халыҡтарҙан.

Р. ӘРМЕТОВ.
Читайте нас