Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Общие статьи
23 Июня 2020, 07:20

Медиктар һаман да көсөргәнешле шарттарҙа эшләй

#ВрачиГероиРБГүзәлиә ҒӘББӘСОВА, табип-терапевт:– Әлеге мәлдә мин икенсе вахтаға килдем һәм эшләп йөрөйөм, 20 июндә беҙҙе алмаштырасаҡтар. Беҙ эшләгән бина ике өлөшкә бүленгән, береһендә беҙ йәшәйбеҙ, документтар тултырабыҙ, ә икенсеһе ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Унда беҙ чумаға ҡаршы костюм, ике ҡат медицина битлектәре, респиратор, һаҡлаусы экран, ике ҡатлап резина бирсәткәләр, резина итектәр кейеп инәбеҙ. Әлбиттә, был ауыр, тын алыуы өсөн дә, эшләгәндә лә ҡыйын, шулай алты сәғәт йөрөп сығабыҙ. Сыҡҡанда инде тағы ла иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки кейемде сискәндә яңылыш танауға, ауыҙға тейергә ярамай, 15 минут тирәһе зарарһыҙланғас, йыуынып килеп сығабыҙ. Бында ҡала хеҙмәткәрҙәре генә эшләмәй,
Өфөнән килгән белгестәр ҙә бар.
Ауырыуҙарға килгәндә, төрлө хәлдәгеләре бар, тәүҙә килеүселәр вирусты ҡайҙа эләктереүҙәрен аныҡ белһәләр, һуңғы ваҡытта бер ҡайҙа ла бармай урамға сығып ҡына йоҡтороусылар килә башланы. Дауаланып сығыусылар ҙа артты, көнөнә 20 кеше тирәһе өйҙәренә ҡайтып тора. Ҡайһы берҙәре 8-10 көндә лә шәбәйә, оҙаҡ ятҡандар ҙа бар.
Читайте нас