Общие статьи
2 Июля 2020, 07:07

ФСБ ВЛАДИКАВКАЗДА ТЕРАКТ ТУҠТАТҠАН

«Ислам Дәүләте» (Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошма) менән бәйле булған Рәсәй гражданины шартлатыу ойоштороп сит илгә сығырға йыйынған булған. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте терракт әҙерләгән кешене Владикавказда ҡулға алған. Был турала РБК порталы хәбәр итә.Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡулға алынған 1990 йылғы ир административ бина эргәһендә шартлатыу яһарға йыйынған булған.

Һөжүмдән һуң ул Яҡын Көнсығыш илдәренә сығып китеп «Ислам Дәүләте» (Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошма) көстәре рәтенә инергә ниәтләгән.
Оператив хеҙмәт вәкилдәре ойошторған тикшереү барышында яһалма шартлатҡыс өлөштәре һәм ғәйепләнеүсенең сит илдәге «Ислам Дәүләте» боевиктары менән яҙышыуҙарын тапҡан.
Читайте нас