Общие статьи
2 Июля 2020, 16:05

Гөлнур Ҡолһарина: Күҙәтеүселәр һайлаусыларҙың әүҙем һәм берҙәм булыуын билдәләне

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе, «Халыҡ контроле» Федераль партияһы проектының төбәк координаторы, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина «Башинформ» агентлығына РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү йомғаҡтарына аңлатма бирҙе:

«Кисә РФ Конституцияһына төҙөтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө тамамланды. Эпидемиологик хәл һәм халыҡ именлеген иҫәпкә алыу зарурлығы арҡаһында Рәсәй халҡына бер аҙна буйына - 25 июндән 1 июлгә тиклем тауыш биреү мөмкинлеге булды. Шуның менән бергә һайлаусыларҙың иң әүҙем мәле тауыш биреүҙең һуңғы көнөнә тура килде.
Бөгөн тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды, беҙҙең республика һайлаусыларының 90 проценты тиерлек рекордлы әүҙемлек менән һайлауға килеп Конституцияға төҙәтмәләр индереүҙе яҡлап сыҡты. Был илдең Төп законын үҙгәртеү яғында тороусыларҙың ышаныслы еңеүен күрһәтә. Беҙҙең БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм төбәк «Халыҡ контроле» федераль проекты йәмәғәтселек Советы командаһы ағзалары һайлау комиссиялары составында әүҙем эшләне, ҡайһы берҙәре Башҡортостан Республикаһының район-ҡалаларында һайлау барышын күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашты. Улар һайлаусыларҙың әүҙемлеген һәм ойошҡанлығын билдәләй. Һайлауға берҙәм килеү, барыһынан элек, кешеләр үҙҙәренең киләсәге өсөн тауыш биреүгә бәйле икәнлеген аңлай, һәм быны бер нисә йылға бер уҙғарылған башҡа һайлауҙарҙан айырмалы рәүештә принципиаль мөһим тауыш биреү итеп ҡабул итте.
Коронавирус пандемияһы һәм йәйге баҡса-ял миҙгелендә был тиклем кеше килер тип уйлаусы ла булмағандыр. Яңыртылған Конституция арҡаһында беҙ беҙҙең илдең үҫеш перспективаһын яҡшы аңлайбыҙ - Рәсәй көслө к президент республикаһы булараҡ көслө парламент һәм Конституция суды менән үҫешәсәк. Был төҙәтмәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн күп федераль закондар ҡабул ителәсәк. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр илдең оҙайлы осорға үҫешен билдәләйәсәк, был тотош дәүләттең абстракт яҙмышына ғына түгел, ә иһә Рәсәй Федерацияһының һәм киләсәк быуындарҙың яҙмышына ла ҡағыла».
«Башинформ» мәғлүмәттәре буйынса Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.
Читайте нас