Общие статьи
3 Июль 2020, 14:00

Йәй үҙәге

Йәй үҙәге, бесән өҫтәрендәЕләктәрен үрелеп өҙмәнем.Еләк өҙөп биргән аҡландарҙанЭҙҙәреңде өҙөлөп эҙләнем.

Донъя тулған еләк еҫе менән,
Билгә етеп бесән өлгөргән.
Өҙөлөп-өҙөлөп кәкүк тауышы килә,
Кемдәр өсөн шулай тилмергән?
Йәй үҙәге, бесән өҫтәре, тип,
Йыр башланым өҙөлөп, түҙмәнем.
Һинән башҡа еләк тәмен тапмам,
Еләктәрен үрелеп өҙмәнем.
Еләктәрен хәҙер кемдәр йыйыр,
Кемдәр салғы янар сыңлатып?
Усаҡ яғып, кемдәр сәй ҡайнатыр?..
Берәү йырлар –
Урман тып-тын тыңлар.
Земфира МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ, Роза САФИНА фотолары.
Читайте нас