– Ниндәйҙер һөнәрҙәр юғала, әммә технологиялар үҫеше яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килтерә...
– Элегерәк мәғлүмәт технологиялары айырым өлкә булып йөрөһә, яҡын киләсәктә бөтөн башҡа өлкәләр уларҙы үҙенә һеңдерәсәк. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, дәүләт хеҙмәттәре, сауҙа һәм белем биреү – береһе лә ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Яһалма интеллект технологиялары һәм платформалар әле популяр булған күп эш урындарын һанлы технологияларға яраҡлаштырасаҡ. “Һанлы иҡтисад” милли проекты кеүек ҙур проекттарҙан быны күрәбеҙ ҙә инде. Икенсе яҡтан, компьютер әле оҙаҡ ваҡыт кеше менән тиңләшә алмаясаҡ. Ысын мәғәнәлә аҡыллы булып китер һәм ижади һәләттәр үҫтерер өсөн компьютерҙың ресурстары барыбер етешмәй. Кешенең тағы бер көслө яғы – башҡа кешеләрҙе аңлау һәм аралаша белеү! Минеңсә хәҙер универсаль һөнәрҙәр рәтенә идара итеү һәм менеджмент, яңы технологиялар һәм инженерлыҡ, фән һәм академик тикшеренеүҙәр өлкәһе һөнәрҙәрен индерергә була. Перспектив өлкәләр ҙә бар, улар, мәҫәлән: биотехнологиялар, һанлы технологиялар, робототехника, яңы энергетика, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм медицина, экология һәм мөхит, мәҙәниәт һәм гуманитар технологиялар, финанс технологиялары. Сеймал сығанаҡтарын сығарыу һәм эшкәртеү өлкәләренең роле, ғөмүмән, түбәнәйәсәк.