Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2020, 12:20

Ярты миллион эшҡыуар

Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән мәшғүлдәрҙең һаны 2024 йылға 553 меңгә етергә йәғни 139 мең кешегә (1,3 тапҡырға) артырға тейеш. Башҡортостанда был һан “Кесе “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты сиктәрендә раҫланылды.

Ошо нигеҙҙә “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген индереү шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты Башҡортостанда, үҙмәшғүлдәр өсөн һалым режимы индереүҙе иҫәпкә алып, үҙ статусын теркәгән үҙмәшғүл граждандар һанын 2024 йылға 75 мең кешегә арттырыуҙы күҙ уңында тота.
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ресурстарына юл асыу, шул иҫәптән ташламалы финанслауҙы үҫтереү” төбәк проектында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына артабан гарантиялы микрофинанс һәм лизинг ярҙамын йәйелдереү ҙә фараз ителә.
Әлбиттә, ярҙам бының менән генә бөтмәй әле. Берҙәм майҙанда эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса төп функцияларҙы берләштереү юлы менән “Минең бизнесым” үҙәге булдырыла.
Р.ЗАМАНОВА.
Эксперт кэшбегы
Һүҙ экспорт килешеүен үтәүгә ҡарап, 10 проценттан башланған грант тураһында бара. Уның суммаһы өс миллион һумға тиклем буласаҡ.
Кэшбэктың нимә икәнен замана кешеһе яҡшы белә. Беҙҙең эскпортерҙар, атап әйткәндә, һатҡан продукцияһына ҡарап, тотонған суммаһының бер өлөшөн кире ҡайтарып аласаҡ. Бер шарты бар: ул йә яңы төр продукция һатырға тейеш йәки бығаса һатмаған бер сит илгә сығарырға тейеш.
Читайте нас