Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июля 2020, 10:00

Бер ус ҡына әрем бир әле, Зәүхиә…

Ошондай үтенес менән һуңғы айҙар эсендә мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Әремдең дәрәжәһе артып китеүенең сәбәбе – ике яҡлы үпкә пневмонияһы менән сирләүселәрҙең кинәт күбәйеп китеүе, традицион дауалау ысулдарының көсһөҙ булыуы.

Антибиотиктар нишләптер был сир менән көрәшергә әҙер булмай сыҡтылар. Ошо сир менән яҡты доньяларҙан китеүселәрҙең дә йыш булыуы күптәрҙе хафаға һалды. Мине яҡын белгәндәр минең ваҡыт – ваҡыт үпкәгә һыуыҡ тейеү, тын юлдары ялҡынһыныу менән әрем эсә башлағыҙ тип нисә йылдар һөйләп килеүемде иҫтәренә төшөрҙөләр. Күптәре үҙҙәре өсөн генә түгел, ә балалалры, бигерәк тә ата-әсәләре өсөн борсолоп шылтыраттылар. Бер ус әремде алтын балыҡ тотҡандай ҡыуанып алып киттеләр. Әле ярай мин уны уҙған йылды белгән кеүек сәскәһен генә өс ун литр күнәк менән йыйып киптерҙем. Әлбиттә уның өсөн баҫыуға бер нисә көн рәттән барырға тура килде. Ләкин минең күңелемдә ниндәйҙер тыйып торғоһоҙ теләк барлыҡҡа килһә, мин уны үтәргә тейешмен. Өс күнәк әремде лә миңә ниндәйҙер көстәр: “Йый, йый, Зәүхиә, кәрәк булла!” тип әйткән кеүек булды уҙған йылда.
Әрем тураһында мин күп яҙҙым. Ҡабатлап тормайым. Ошо ҡыҫҡа ғына яҙмала мин бары тик килеп сыҡҡан ситуацияла әрем менән үҙебеҙгә - үҙебеҙ нисек ярҙам итә ала алабыҙ тип яҙғым килә.
Кинәт кенә бөгөнгө көндә үпкәнең ике яҡлап ялҡынһыныу сиренең артып китеүе ул бөтөн ауырыған кешеләр һыуыҡ тейҙергән тигән һүҙ түгел. Сөнки элек был сир менән ауырыу өсөн йә ел үтә һуғырға тейеш, йә бик ҡаты һыуыҡ тейергә тейеш ине.Ҡыҙыу көндө һыуыҡ һыуға сумып, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереүселәр бар ине. Һәм башҡа сәбәптәр.. Ә бөгөн был сир һыуыҡ тейгәнде көтөп тормай башланы, үпкәне поражать итә торған вирустарҙың тын юлы аша эләгеүе арҡаһында була башланы. Бер нисә көн эсендә үпкәнең ике яҡ өлөшө лә ҡарайып сығыуын да һөйләйҙәр. Тимәк, тиҙ арала ярҙам итеп өлгөрмәһәк, беҙҙең үпкә тын алыуға эшкинмәй башлай, уның диуарҙарын вирус ҡаҡшата башлай тигән һүҙ.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшыраҡ. Тын юлдарында йәки үпкәлә ниндәйҙер сәнсеү, тын алыуы ауырлашыуын, температура күтәрелеүен, тәндә хәлһеҙлек, быуындарҙа һыҙланыу һиҙеү менән үк үҙебеҙгә ярҙам итә башларға тейешбеҙ, йәмәғәт. Анализдар биреү, дауаханаға мөрәжәғәт итеү кәрәк шулай уҡ. Тик ошо йөрөүҙәр ваҡытында һеҙҙең тән был сир менән көрәшә башларға тейеш. Тиҙ генә иммунитетты күтәрә һәм вирусты баҫа (подавлять ) башлайбыҙ. Бының өсөн ҡайҙан да әрем табабыҙ. Йәй көнө проблема түгел. Ярты стакан ҡайнар һыуға сәскәһе булһа, 10-15 бөртөк, үләне булһа - бер япрағының тармағын һалып төнәтәбеҙ. 15 минут ябып торғас, һөҙөп эсәбеҙ. Әгәр йылы булһа, әҙ генә ҡайнарлатабыҙ. Ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Көнгә өс тапҡыр эсәбеҙ. Башта эсә алған хәтлем. Бер-ике көн үҙебеҙҙе өйрәтәбеҙ. Шунан инде сирҙе сигендерерлек итеп эсәбеҙ. Курс ике аҙна. Балаларға әҙләп эсерәбеҙ.
Иҫкәрмә! Әремгә аллергияһы булғандарға тәҡдим ителмәй. Уларға уҫаҡ ҡайырыһы, имән ҡайырыһы, имбир һәм башҡа алтернативалар. Ауырлы ҡатындарға - бик әҙ дозала. Ул саҡта зыян булмай.
Әремдең тәбиғи антибиотик икәнен күптәр белә. Ул бик көслө үлән. Уның менән хатта туберкулезды дауалауҙары билгеле. Шуның өсөн, Аллам һаҡлаһын, бындай сир килә-нейтә ҡалһа, тиҙерәк урманға, йылға буйҙарына йүгерегеҙ. Ә иң яҡшыһы өйөгөҙҙә һәр ваҡыт әрем булһын. Хәҙер үк әҙерләп ҡуйһаҡ, Аҡ һаҡаллы ҡарт булырбыҙ. Беҙҙең яҡта, Ейәнсура яҡтарында, шулай тиҙәр. Әрем күп сирҙәрҙән кәртә. Аллаһы Тәғәлә биргән дауа. Бөгөнгө көндә уның күпләп үҫеүе, ул да кинәйә - Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы. Әйҙәгеҙ, ул ярҙамдан йөҙ сөйөрмәйек, ә ҡабул итәйек.
Зәүхиә НИЗАМИЕВА.
Читайте нас