Еңеүселәрҙе тура эфирҙа билдәле актер Артур Ишмөхәмәтов билдәләне. Шулай итеп, “Ашҡаҙар” гәзитенә 2021 йылға бер йыллыҡ яҙылыу квитанцияһын ҡалдырып, Гоголь урамы, 161-се йортта йәшәүсе Халиҡова В. – үтек, Октябрь проспекты, 89-сы йортта йәшәүсе Собханғолов И. – мендәр, Муса Йәлил урамы, 11-се йортта йәшәүсе Ғәбитов Т. – юрған, Ленин проспекты, 42-се йортта йәшәүсе Хәкимов М. электр сәйнүге отто. Гәзитле лә, бүләкле лә булған дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Кем дә кем бүләк ота алмаған, ҡайғырмағыҙ, декабрь аҙағында беҙ йәнә ҙур уйын үткәрәбеҙ. Ул уйында һеҙҙең дә квитанциялар ҡатнаша һәм матур-матур бүләктәр ота ала.
Яҙылығыҙ, бүләкле булығыҙ, дуҫтар!
“Ашҡаҙар”ҙар.