Партияның ирекмәндәр үҙәге активистары (форумда ҡатнашыусылар) үҙ төбәгендә граждандарға һәм медиктарға ярҙам итеү тураһында һөйләне. Бөгөн ул: автоволонтерлыҡ, медиктарҙы йылы аш һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, амбулатор ауырыуҙарға дарыуҙар менән ярҙам итеү , колл-үҙәктәр эшендә ярҙам итеү, үҙизоляциялағы граждандарға аҙыҡ-түлек һәм иң кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам итеү.
Форум барышында партия активистары бер-нисә мөһим башланғысты атаны.
«Берҙәм Рәсәй» 31 декабрҙә ғәмәлдән сығырға тейеш булған ҡайһы бер ярҙам сараларының мөҙҙәтен оҙайтырға тәҡдим итте. Һүҙ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн ғариза бирмәйенсә һәм документтар тапшырмайынса дәүләт хеҙмәте сайты аша дәүләт пошлинаһы түләүгә 30-процент ташлама алыу өсөн субсидиялар алыу мөмкинлеге тураһында бара. Был тәҡдимдәрҙе Президент хупланы. Шулай уҡ ғәмәлдән сыҡҡан паспорттарҙың һәм водитель праваларының ҡулланыу мөҙҙәте оҙайтыла.
«Берҙәм Рәсәй» «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе уҡытыусыларҙы һәм медицина хеҙмәткәре булмағандарҙы коронавирустан страховкаларға тәҡдим итте. Был мәсьәләләр яҡын арала Дәүләт тарафынан ныҡлап өйрәнеләсәк.
Йәнә лә бер мәсьәлә – дарыуҙарҙы рецептураһыҙ һатыу буйынса интернет аша сауҙа итеүҙә аптекаларға талаптарҙы ябайлаштырыу. Шулай эшләгәндә улар киң аптека селтәре булмаған район-ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн ҡулай буласаҡ.
Шулай уҡ партия педагогик вуздарҙың һуңғы курсында уҡыусы студенттарға коронавирус менән ауырып киткән уҡытыусылар урынына мәктәптәрҙә дәрес биргән өсөн хаҡ түләргә тәҡдим итте. Шәхси эшҡыуарҙарға теркәлгән шәхси балалар баҡсаларына әсәлек капиталы менән түләү мөмкинлеге бирергә. Ауырға ҡалғас та иҫәпкә тороу буйынса бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды арттырырға. Ҡараусыһыҙ ҡалған бәлиғ булмаған балаларға каникулда өҫтәмә аҡса эшләп алғанда түләүҙәрҙе һаҡларға.
«Берҙәм Рәсәй» шулай уҡ инвалидлыҡ буйынса ғариза бирмәйенсә пенсия алыу тәртибе тураһындағы закон проектын әҙерләне.