Указға ярашлы, һәр балаға 5000 һум күләмендәге бер тапҡыр түләү Рәсәй Федерацияһы гражданлығы булған ата-әсәләргә, уллыҡҡа бала алғандарға, опекундарға, һигеҙ йәшкә тиклем баланы ҡарауға алғандарға бирелә.
Түләүҙәрҙе, килем кимәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, 7 йәшкә тиклем балаһы булған бөтә ғаиләләр ҙә аласаҡ. Бер тапҡыр түләү РФ Пенсия фонды тарафынан ғәмәлгә ашырыла.
Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай ҡарар йыл да уҙғарыла торған ҙур матбуғат кәңәшмәһе алдынан Яңы йыл бүләге булараҡ ҡабул ителде, тип хәбәр итә "Известия". Унда ил башлығының: «Бында килерҙән алда (матбуғат-конференцияһына. - Ред.) хөкүмәт менән, президент хакимиәте менән кәңәшләшеп, дәүләт беҙҙең балаларға бәләкәй генә, ябай ғына бүләк эшләһен тип, бер фекергә килештек», - тигән өҙөмтәһе килтерелә.