Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
24 Декабрь 2020, 06:05

Замана троллейбустары

Стәрлетамаҡта яңы троллейбустар эшләү өсөн производство майҙансығы асырға уйлайҙар.

– Транспорт өлкәһендә альтернативалы ГЧП-проектты – республикала троллейбустар етештереү буйынса тап килгән инвестиция йөкләмәләрен күҙ уңында тотоусы офсет контрактты тормошҡа ашырыуға әҙерлек бара. Был офсет контракт Башҡортостан өсөн беренсе һәм Рәсәйҙә машиналар эшләү өлкәһендә тәүгеһе булып тора. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 45 троллейбус булдырыу планлаштырыла, был хәрәкәттәге составты өлөшләтә яңыртыға форсат бирәсәк, – тигән һүҙҙәрен еткерә Андрей Назаровтың республика хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Яңы троллейбустар һатып алыу өсөн бюджеттан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Замана машиналары Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 2021-2022 йылдарҙа барлыҡҡа киләсәк. Экспорт милли проекты сиктәрендә, беҙҙең троллейбустарға башҡа төбәктәрҙә лә ихтыяж буласаҡ, тигән һүҙ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас