Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00
Барыбыҙ ҙа кеше булдыҡ Ауырлыҡтар күрһәк тә
Ғәлимә Сәфиулла ҡыҙы Йәнбирҙина-Мөхәмәтйәнова 1937 йылда Стәрлебаш районы Айтуған ауылында тыуған. 80 йәшен тултырған ағинәй үҙенең ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағын әле лә тетрәнеп һөйләй. Тормош ни тиклем генә ҡаты һынауҙар ҡуймаһын, Ғәлимә уҡырға тырыша. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында юғары белем ала. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған районында Йәшергән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай һәм байтаҡ йылдар ошо белем усағында балалар уҡыта. Артабан яҙмыш уны Стәрлетамаҡҡа алып килә, бында ул хаҡлы ялға сыҡҡансы китапханала эшләй. Һәр ваҡыт халыҡ араһында ҡайнап йәшәгән ағинәй бөгөн дә ҡаланың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмай. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алған көндәрҙә Ғәлимә Сәфиулла ҡыҙы, һуғыш урлаған бала сағын хәтерләп, уй-кисерештәрен шиғыр юлдарына һалған.
Айтуғандан Тәтергә
Мин уҡырға барғайным.
Тәтер-Арыҫлан ауылында
Урта белем алғайным.
Ҡышын ҡарҙар яуған саҡта
Сабатанан эҙ ҡалды.
Атлап бара-бара торғас,
Беҙҙең аяҡтар талды.
Юлда ашарға бәрәңге,
Йә ҡабартма алабыҙ.
Уны сепрәк ҡапсыҡҡа
Урап-урап һалабыҙ.
Яҙын ҡарҙар иреһә,
Сабатаға һыу тула.
Мәктәпкә китеп барам,
Аяҡтар туңа-туңа.
Бигерәк сәмле булғанмын,
Уҡырға ынтылғанмын.
Белемле булғанға күрә
Һис ҡасан отолманым.
Ул саҡтағы һабаҡташтар
Әле булһа хәтерҙә.
Күпме ваҡыт үтһә лә
Һағынамын Тәтерҙе.
Беҙҙең серле,моңло йәшлек
Ҡалды үткән быуатта.
Барыбыҙ ҙа кеше булдыҡ
Ауырлыҡтар күрһәк тә.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"