Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Башҡортостандан ике коллектив Волга буйы театрҙары фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостандан ике коллектив Волга буйы театрҙары фестивалендә ҡатнаша1 октябрҙә фестивалдең икенсе этабы башланды. Беренсе һынауҙы үткән 14 мәктәп һәм 14 студент театрҙарының спектаклдәре хәҙер төбәк телеканалдарында күрһәтелә башлай.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театрының Ибраһим Абдуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған “Тиле йәшлек”спектаклен 1 октябрҙә Волга буйы федераль округына ҡараған телеканалдарҙа күрһәтелде. Спектаклде тәүгеләрҙән булып Һамар өлкәһе, Татарстан, Удмурт, Сыуашстан республикалары,Һарытау өлкәһе халыҡтары ҡараны. Ә Межгорье ҡалаһының “Пауза” театр студияһы тамашаһын Волга буйы халҡы 15 октябрҙә ҡарай ала.
Конкурста ҡатнашҡан ижади эштәр менән халыҡты таныштырғандан һуң, ноябрҙә тауыш биреү этабы башлана.
Ф. Ғәлиева.
Читайте нас