Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Бергә-бергә эшләргә яҙһын!

Ҡалабыҙҙа 30 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы эшләп килә. Ул 1984 йылда БАССР Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән булдырыла һәм дилбегә билдәле шағир Рауил Ниғмәтуллинға тотторола. Артабан төрлө йылдарҙа ойошманы Вил Ғүмәров, Илшат Йомағолов, Флүр Ғәлимов, Кәбир Аҡбаш, Хәмит Иргалин, Ишғәли Нурғәлиев етәкләй. Ошо ваҡыт эсендә уның үҙ ҡаҙаныштары, боролоштары, хатта туҡталыштары булды. Ә артабан ниндәй яҙмыш көтә һуң Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһын? Стәрлетамаҡ яҙыусылары тигән төшөнсә һаҡланырмы? Элеккесә йәштәр эркелешеп килерме? Ошондай мәсьәләләрҙе күҙҙаллау ниәте менән беҙ Әхсән ХӘЛИЛОВҡа мөрәжәғәт иттек. Ойошманың етәксеһе хәҙер – нәҡ Әҡсән Насретдин улы.

Ижад һәм устав
– Башҡортостан Яҙыусылар сою-зына ағза булып алыныуығыҙ һәм яңы вазифағыҙ менән ҡотлайбыҙ. Яңы етәксе ниндәй эштәр менән мәшғүл бөгөн?
– Әлеге көндә беҙ ең һыҙғанып документтар өҫтөндә эшләйбеҙ. Атап әйткәндә, уставты яңынан төҙөйбәҙ. Уға ярашлы ойошманың, бәлки, исеме бер аҙ үҙгәрер, яңы талаптар һәм бурыстар, шарттар өҫтәлер. Уның ҡарауы, төп есеме элеккесә – Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусыһы шәхесен үҫтереү! Тик ойошманың төрлө телдә ижад иткән утыҙға яҡын яҙыусыһының барыһы ла беҙҙең Стәрлетамаҡта йәшәмәй бит, шуға күрше-тирә район-ҡалалар, унда эшләп килгән әҙәби түңәрәктәр менән бәйләнеште өҙмәйәсәкбеҙ. Улай ғына ла түгел, киләһе уҡыу йылы башланғас, ҡала мәктәптәренә йөрөп, төрлө әҙәби түңәрәктәрҙең йәш ижадсылары менән танышырға ине, был маҡсат менән башҡа район-ҡалаларға ла сығырға планлаштырам.
Көҙгә табан ең һыҙғанып яңы таланттар эҙләй башларға тигән маҡсат бар. Бынан тыш, Луиза Кирәева, Зөлфиә Билалова, Гөлназ Ишдәүләтоваларҙың китаптарын тикшереүгә ҡуйып, нәшриәткә тәҡдим итергә тип планлаштырҙыҡ. Әммә ҡалабыҙҙа күптән китаптары сыҡҡан, исемдәре булған шәхестәр ҙә бар, ә бына уларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп күрһәк, ниндәй мәртәбәле булыр ине: Айнур Үтәев, Асия Басирова, Рамазан Килмөхәмәтовтар, минеңсә, мотлаҡ союзға алынырға тейеш.
“Бәйләнештә”ге яҙыусылар бәйләнештә
– Ә саҡ ҡәләм тирбәлтә баш-лаусылар менән эштәр нисек тора?
– Бына әле һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ғына Стәрлетамаҡ хи-
мия-технология кол-леджында уҡыған Ил-шат Байыҡов исемле егет килде. Яҙышыу алымы йәштәрсә – үҙенсәлекле: әҫәрҙәрен компьютерҙа яҙа, әммә был уны традицион алым менән яҙыша башлағандағы етеш-һеҙлектәрҙән азат итә
тигәнде аңлатмай әле. Әгәр ошо юлдан барам тиһә, Илшатҡа эшләргә лә эшләргә. Әйткәндәй, ҡулъяҙмаларын да ул миңә интернет аша ебәрергә вәғәҙә итте. Ҡайтҡас, Илшаттың шиғырҙарын уҡыйһы бар, фекеремде уға мин дә “Бәйләнештә” сайты аша ебәрермен. Ошолай тора инде эштәр йәш ҡәләм тирбәлтеүселәр менән. Бынан тыш, ҡала балалары өсөн үҙем эшләгән В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат нигеҙендә әҙәби түңәрәк ойошторорға уйлайым. Был эште лә, бәлки, көҙҙән башларға яҙыр.
О, “Ашҡаҙар” битендә әҫәрең баҫылһын әле!
– Ҡалала төрлө әҙәби түңәрәктәр, клубтар һәм башҡалары байтаҡ ҡына. Уларҙы Һеҙ конкурент итеп күрәһегеҙме?
– Яңыраҡ ҡына “Стерлит” тигән клубтың ултырышында булдым һәм шуға инандым: һуңғы арала “эшсе-шағир” тигән төшөнсә юҡҡа сыҡтымы тиһәм, бар, баҡтиһәң: бер төҙөүсе, бер завод эшсеһе үҙенең шиғырын уҡырға килгән! Юҡһа бер тирәлә генә әйләнә инек һымаҡ. Минең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ был! Шулай булғас, ниндәй конкуренция тураһында һүҙ барыуы мөмкин! Барыбыҙ ҙа әҙәбиәтте үҫтереүгә хеҙмәт итәбеҙ бит.
Ғөмүмән, ҡалала төрлө әҙәби берлектәр-берләшмәләр матур эшләп килә. Кейекбаевсылар, 5-се гимназия, лицей-интернаттар, Стәрлетамаҡ күп профилле колледжда ла бар улар. Уҡыу йорттарында бындай түңәрәктәрҙең эшләп килеүендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, белем усаҡтары етәкселегенең әҙәбиәткә ҡарата иғтибары ярылып ята.
Айырым һүҙ, әлбиттә, БашДУ-ның “Ашҡаҙар” түңәрәге хаҡында. Факультеттағы әҙәби мөхит, ижади хәрәкәт институт ҡына түгел, республика кимәлендә исемдәр асыуға, ғөмүмән, әҙәбиәтселәр, әҙәбиәтте һөйөүселәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Студенттары диплом менән бергә үҙҙәренең йыйынтыҡтарын да ҡулына тотоп хушлаша икән, бында, һис шикһеҙ, Рәйсә Илишева, Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәев һымаҡ етәкселәр-уҡытыусылар хеҙмәтен дә танырға кәрәк. Иң мөһиме, ошо түңәрәктәр-клубтар менән бәйләнеште нығытырға ине.
Шулай бергә-бергә эшләргә яҙһын. Бергә-бергә тигәндән, һис шикһеҙ, китапхана системаһын, бигерәк тә беҙҙең база булып торған Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәге ҡыҙҙарын, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһен һәм, әлбиттә, һеҙҙе – “ашҡаҙар”ҙарҙы күҙ уңында тотам. Уйлай китһәк, һеҙҙең гәзит биттәрендә сыҡҡан ҡайһы бер шиғырҙарҙың авторҙары – мәктәп уҡыусылары, әле саҡ ҡулдарына ҡәләмен алған балалар, ә бит шул малай-ҡыҙҙарға ниндәй ҙур ҡанат ҡуяһығыҙ. О, гәзит битендә шиғырың баҫылһын әле! Бынан тыш, “Яҙыусы трибунаһы” рубрикаһы – әҙиптәребеҙҙең һүҙе иштелһен өсөн үҙе ҙур майҙан. “Ашҡаҙар”ҙа баҫылып, күптәр үҫеп китте ул – быны бер нисек тә инҡар итеп булмай, иң мөһиме, ошо бәйләнеш юғалмаһын һәм әҫәрҙәребеҙҙе уҡырҙай дөйөм уҡыусыларыбыҙ күберәк булһын. Ойошманың бер бурысы ошо изге эштә ҡатнашыуға ла ҡайтып ҡала, минеңсә.
Ярты йылдан ярты Стәрлетамаҡ...
– Изге теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт! Һүҙҙе йомғаҡларға ла ваҡыттыр...
– Ярты йылдан ярты Стәрлетамаҡ шиғыр яҙа башлаясаҡ, тип вәғәҙә итмәйем. Был мөмкин дә түгел һәм кәрәкмәй ҙә. Шуға көн ҡаҙығындағы пландар менән генә бүлештем, ҙур маҡсаттар ҡуйып, улар хаҡында алдан яр һалыу килешмәҫ. Ошоларын башҡарып сыҡһаҡ, тағы осрашырға сәбәп булыр әле. Шағир Дамир Шәрәфи әйтмешләй, әгәр ун шиғыр яҙыусы табып, улар араһынан ысын талант эйәһе берәүһен кеше итеп алһаҡ – был да ҙур еңеү!
Читайте нас