Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Бесәй һатып ал – һаулығың нығыныр

Элек-электән йорт хайуандары кешегә ыңғай тәьҫир итә, тигән фекер йәшәп килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йорт хайуандарының дауалау үҙенсәлектәренә эйә икәнлеген аныҡ ҡына әйтеп булмай.

Интернет селтәрендә “Бесәй һатып ал – һаулығың нығыныр” тигән һүҙҙәр күҙемә салынды. Шунда уҡ таныштарымдың: “Бесәйем һәр ваҡыт тәнемдең ауыртҡан урынына ята һәм күпмелер ваҡыт үткәс, уның һыҙлауы баҫыла”, – тигән һүҙҙәре иҫемә төштө. Дөрөҫлөккә тап киләме икән был һүҙҙәр?
Әлбиттә, быға күптәр ышанып та етмәйҙер. Тик йорт хайуандарының дауалау көстәре тураһында күпме тикшеренеүҙәр үткәрелгәнен, күпме китаптар яҙылғанын күҙ алдына ла килтермәйһегеҙҙер әле.
Мәҫәлән, табиптар тикшеренеүе буйынса, инфаркт кисергән кешеләр араһынан йорт хайуандары тотҡандар тиҙерәк йүнәлгән. Улар ауырыу хужаларының тыныс булыуына һәм ҡан баҫымдарының нормала тороуына булышлыҡ иткән. Баҡтиһәң, хужалар үҙҙәренең яратҡан хайуандарын иркәләгәндә тыныслыҡ кисерә икән. Бөгөн психологтар стресс, депрессия кеүек ауыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәргә бер нисә минут аквариумдағы балыҡтарҙы күҙәтергә ҡуша. Был процедура 20 минутлыҡ массажға йәки 30 минут һыу инеүгә тиң.
Иғтибар итһәгеҙ, йорт хайуандары тотҡандар башҡаларға ҡарағанда үҙҙә-рен тынысыраҡ тота. Был уларҙың нерв системалары ныҡлы булыуын дәлилләй.
Юғары ҡан баҫымы, йөрәк ауырыуҙары (инфаркт кисереүселәр), гастрит, бронхит, пневмония, грипп, невроз кеүек ауырыуҙар менән яфа-ланыусыларҙың өйҙәрендә мотлаҡ бесәй йәшәргә тейеш. Улар шулай уҡ остеохондроз, артроз, радикулит кеүек ауырыуҙарҙан да ярҙам итә икән.
Йорттарында бесәй аҫыраусылар башҡаларға ҡарағанда дауаханаға 5 тапҡырға әҙерәк йөрөй, тигән һығымтаға килгән табиптар.
Белгегеҙ килһә, бесәйҙәр күп төрлө дауалау ысулына эйә! Мәҫәлән, тәпәйҙәре менән “массаж” эшләй, ауыртҡан тән өлөшөнә ятып “йылыта”, дауалы тулҡындар менән “нурландыра”.
Бесәйҙең дауалау һәләтен аныҡ ҡына билдәләп булмаһа ла, беҙ быға ышанырға тейеш. Сөнки йомшаҡ-ҡайҙарыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт күңел тыныслығы бүләк итә. Ә күңелебеҙ тыныс булғанда эштәребеҙ ҙә алға барасаҡ, һаулығыбыҙ ҙа ныҡлы буласаҡ!
Читайте нас