Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Общие статьи
31 Декабрь 2020, 21:00

БОКАЛ КҮТӘРЕҮСЕЛӘР БУЛМАНЫ

Стәрлетамаҡта Аноним алкого-ликтар берләшмәһен булдырыуға 10 йыл тулды. Был ярайһы уҡ ҙур ваҡыт арауығы, әммә берләшмәнең барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ә күпме кешенең яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртеп, яңы тормош башларға ярҙам итә алған ул.

Хәтерегеҙҙә булһа, беҙ был ойошма-ның эше тураһында бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ. Ҡасандыр эскелек һаҙлығы-на батып, унан сығырға үҙҙәрендә көс таба алған һәм хәҙер башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙған егеттәрҙең эше, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе йола барған эскелек проб-лемаһына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтергә тырышып ятҡан көндәре улар-ҙың бөгөн. Шуға ла юбилей сараһына наркологтарҙы, психологтарҙы, ҡала хакимиәте етәкселәрен, журналистарҙы саҡырғандар, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни сәбәптәндер, уларҙың күптәре бында килеүҙе кәрәк тип тапмаған.
Байрам тантанаһы Бөтә Рәсәй һу-ҡырҙар йәмғиәте ойошмаһының тамаша залында үтте. Шуныһы күҙгә салына: йыйылыш үтәсәк бина эргәһенә сит ил машиналарында балаларын эйәртеп ҡатындар, ирҙәр килеп туҡтай, йәйәүләп тә киләләр, араларында йәмһеҙ ҡиәфәтле, төҫ-башы таушалғандары ла бар. Улары бөгөн беренсе тапҡыр был ойошмаға килгән һәм нисәмә йылға беренсе көн айныҡ. Шулай ҙа тамаша залына инеп ултырыусыларҙың күбеһен ҡасандыр аяуһыҙ эскән, наркологиянан сыға алмай ятҡан кешеләр тип уйламаҫһың да.
Сарала ҡатнашыусылар ҡасандыр бергә дәртле компанияларҙа йөрөп, эскелеккә бирелеп, яҡты донъяларҙан иртә китеп барған дуҫтарын иҫкә алыу-ҙан башланы. Бер минут тынлыҡ менән, өҫтәлдә һыҡрап илаған шәмгә ҡарап.
Сараға 103 кеше килгәйне. Был ойош-ма булмаһа, уларҙы иҫкә алыусы кеше лә булмаҫ ине, бәлки. Юбилей булғас, һәр береһе сығып ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе, бүләктәрен бирҙе. Магнитогорскиҙан килгән ир уҙаманы, мәҫәлән, 25 йыл ауыҙына ҡапмаған, ләкин һаман да ойошманан айырылмай. Силәбенән Женя – 15 йыл, Стәрлетамаҡтан Илгиз 8 йылдан ашыу айныҡ. Биш-алты йыл эсмәгәндәр ҙә күп. Былары 35-40 һәм унан өлкәнерәктәр булһа, Һамарҙан 20 йәшлек егет, ярты йыл эсмәнем, тип әйтеп һалды. Һамарҙан ғына түгел, Ырымбур, Яр Саллы, Пермь өлкәһенең Березники ҡалаһынан, Өфө, Белорет, Күмертау, Раевканан килеүселәр бар ине. Нәҡ Стәрлетамаҡ, йәки ҡалалағы ошо ойошма, уларҙың тормошон үҙгәрткән дә инде.
Аралашыуҙарынан, алкоголиктарҙың ике төрө булыуын аңланым: һауығыусы алкоголик һәм һауығырға теләүсе алкоголик. Төркөм эсендә уларҙың тәү-геһе икенсеһен үҙ ҡулы аҫтына алып һауыҡтырырға тейеш, һауығырға теләгән кеше тағы ла үҙ ҡулы аҫтына яңыларҙы алып килә. Был һауығыусы алкоголикка дәрт өҫтәй, йәшәү мәғәнәһен аса, сөнки ул, тағы ла бер кешене һауыҡтырып, кинәнес кисерә. “Аноним алкоголик”тар араһында кемдәр генә юҡ: эшҡыуар ҙа, компания етәксеһе лә, сәс ҡырҡыусы ла, иҙән йыйыусы ла, эшһеҙ ҙә...
– “Аноним алкоголик”тар араһына килеп, тормошомда ҡырҡа боролош яһаным. Эскелектән баш тартҡас, үҙемде ҡаты йоҡонан уянғандай тойҙом: ҡулым, аяҡтарым бар, күҙҙәрем күрә, шулай булғас, ниңә эш башламаҫҡа!
Бында ултырғандарҙың да күптәре минең юлды ҡабатлағандыр, хәҙер һәр береһенең ғаиләләре барлыҡҡа килде, эшкә урынлаштылар йә эшҡыуарлыҡҡа киттеләр. Ләкин бер кем дә был төркөмдән китергә уйламай, сөнки алкоголизмдан бер ҡасан да һауығып булмай, – тине 45 йәштәрҙәге ир.
“Йәшел йылан”дан һәр кем дә еңел генә ҡотолһон ине лә бит. Әле лә иптәш-тәренең күп йылдар эсмәгәнен ишеткән бер ир урынынан тороп баҫты ла:
– Бына мин һеҙҙең менән башлағай-ным, ә үҙем бер нисә тапҡыр антымды өҙҙөм, – тине уңайһыҙланғандай итеп. – Һеҙҙең өсөн шатмын, әле бына туғыҙ ай айныҡмын, был минең өсөн – рекорд. Шешәләш ”дуҫтарым” һаман да эсә, ә минең кеше булырға теләгем бар әле. Беренсе тапҡыр бында көсләп алып килгәйнеләр, икенсе тапҡыр үҙем теләп килдем, әле лә йыйылыштарҙы ҡалдырмайым.
Донъяла ниндәй генә сир юҡ, шул арҡала кеше матур тормош алып барып та донъя менән хушлашырға мәжбүр була. Алкоголизм иһә – һатып алған ауырыу, унан ҡотолоу өсөн теләк кенә кәрәк шикелле. Тик эскән кешегә ту-ғандарының ноҡот уҡыуы ла, сәғәттәр буйы айыҡ тормош тураһында мейеһен туҡыуы ла файҙа килтермәй күп осраҡта. Аноним алкоголиктар ойошмаһы иһә, эскелектән туҡтарға теләүселәр булһа, улар менән һөйләшергә, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға һәм ярҙам итер-гә әҙерлеген белдерә. Төркөмдәр Стәрлетамаҡта Курчатов урамы, 14; Гоголь урамы, 2 (46-сы офиста) адрестары буйынса көн дә 19:00 сәғәттә йыйыла. Телефон аша ла ярҙам алып була: +79173700131, +79603925424 һандары буйынса һеҙҙең айыҡ тауы-шығыҙҙы ишетергә теләүселәр бар. Йыраҡ райондарҙан интернеттан skype аша “mangust-79”-ҙы табып, уның менән һөйләшә ала.
Сара унда ҡатнашҡан һәр кем өсөн фәһемле булғандыр. Уның шулай икәнлеген яҡтырып киткән йөҙҙәргә, ышаныслы аҙымдарға ҡарап та тойомлап була ине. Иң мөһиме: сәбәбе булһа ла аноним алкоголиктарҙың юбилейында рюмка күтәреүселәр булманы.
Читайте нас