Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

ЧЕБУРЕККА БАШҠОРТСА ИСЕМ УЙЛАЙЫҠ!

Әйтәйемме, нәмә бешерәм - чебурек! Шул чебурекка үҙебеҙсә матур ғына атама уйларға ине ул, бәлки, мин бешерә торғансы исем уйлашырһығыҙ, әхирәттәр?

Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, миңә ошо рецепт менән бешерелгән чебуректар ныҡ оҡшаны. Шулай итеп бер йомортҡаға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ һәм бер ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып туғыйбыҙ. Аҙаҡ, бер стакан он һалып бутайбыҙ ҙа, өҫтөнә бер стакан (250 мл. үлсәгесле стаканым менән үлсәнем) ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ипләп, ҡалаҡ менән бутарға кәрәк башта, әтеү ҡул бешә. Шунан тағы ла ике стакан тирәһе он өҫтәнем дә, ҡамырҙы ҡул менән баҫтым. Шундай йомшаҡ ҡына, тыңлаусан ғына ҡамыр килеп сыға, еңел генә йәйелә.
Эслеге күптән әҙер: ит фаршына ваҡ ҡына туралған һуған, ҡара борос, паприка, һутлыраҡ булһын өсөн саҡ ҡына һыу өҫтәнем. Әйткәндәй, ныҡ яратам паприканы, бөтә ит ризыҡтарына ҡушам. Уның үтә әсеһе лә юҡ бит ул.
Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәс, өҫтөнә сынаяҡ аҫтын һалып, түңәрәктәр ҡырҡып сыҡтым. Аҙаҡ ошо түңәрәктәрҙең эсенә фаршты һалдым да, ситтәрен сәнске менән тоташтырҙым. Инде майлы табала ҡыҙҙырып бешерергә лә, ғаиләм менән бергәләп ултырып ашарға ғына ҡалды. Чебуректарҙы эҫе мәлендә ашаһаң, хәтәр тәмле бит ул!
Әхирәттәр, ә һеҙ нисек итеп бешерәһегеҙ чебуректарҙы? Бәлки, һеҙҙеке тағы ла тәмлерәктер?! Яҙығыҙ әле, йәме! Әй, онотоп торам да, башҡортса ниндәй атама бирәйек был тәмлекәскә, шуны ла яҙығыҙ!
Читайте нас