Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Дуҫлыҡ күперҙәре нығына

Башҡортостанда Сыуаш әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре үтте. Сарала Сыуашстандан килгән тиҫтәнән ашыу яҙыусы ҡатнашты. Улар менән осрашыу БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһында ойошторолдо. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Федор Васильевич Кузьмин байрамды асып, унда ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырҙы.

Сыуашстандан килгән делегацияны “Таван Атал” (“Родная Волга”) журналы мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, доцент, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лидия Ивановна Филиппова етәкләй. Ул телмәрен үҙе яҙған шиғыр менән башлап ебәрҙе, журналдың барлыҡҡа килеү тарихы, тиражы хаҡында һүҙ алып барҙы, хәҙерге сыуаш әҙәбиәтенең торошон күҙ алдына баҫтырҙы. Әйткәндәй, художество һәм фәнни-тәнҡит әҙәбиәте күргәҙмәһе эргәһендә сыуаш телендә сыҡҡан журнал-гәзиттәргә яҙылыу ҙа ойошторолғайны.
Сыуашстандың халыҡ яҙыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, халыҡ академигы, философ, Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Ильич Кибеч та телмәрен тыуған ауылына бағышлаған йыр менән башланы. Һикһәндең аръяғына сыҡҡан аҡһаҡалдың теремеклеге, шиғырҙарын яттан һөйләүе барыһын да һоҡландырҙы. Ул кафедраға үҙенең үҙенсәлекле китабын бүләк итте. Китап шиғри роман булыуы менән йәлеп итә.
БДУ Стәрлетамаҡ филиалының татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Илсур Сәлихйән улы Мансуров күптән түгел кафедраның 20 йыллығын үткәреүҙәре, киләһе йыл татар-сыуаш филологияһы бүлеге барлыҡҡа килеүгә 25 йыл туласағы, ошо арауыҡта 300 сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әҙерләп сығарылыуы, бөгөнгө көндә 60 студент уҡыуы, 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә сығарылыуы хаҡында ғорурланып һөйләне һәм ҡунаҡтарҙы ошондай матур әҙәби-мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан да дауам итергә саҡырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашҡан Сыуаш Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Сергей Павлов, яҙыусылар Николай Петров, Михаил Краснов, Ольга Куликова, Роза Деменцова, шағирә-яҙыусы, отставкалағы ми-лиция майоры Галина Серебрякова, шағирә-уҡытыусы Раиса Воробьева һәм Башҡортос-тан сыуаштарының канаша башҡарма комитеты рәйесе Людмила Мурманскаяның сығыштары ла бик фәһемле булды. Сараны музыкаль йәһәттән Стәрлетамаҡтың “Тавах” сыуаш халыҡ эстрада-фольклор ансамбле һәм Сыуашстандан килгән сәхнә йондоҙҙары биҙәне.
Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт ойошмалары менән эшләү бүлеге начальнигы Илгиз Еналиев бөтә йәмәғәтселек ойошмаларының бергәләп берҙәм эшләүе уңышҡа килтерә һәм Рәсәйҙең бөтөнлөгөн тәшкил итә, тине.
Стәрлетамаҡта башланған Башҡор-тостандағы сыуаш әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре Федоровка, Ауырғазы райондарында дауам итте.
Читайте нас