Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

Иҫеректәргә хәмер һатыу тыйыла

Иҫеректәргә спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошондай ҡанун башланғысы менән сыҡты, уның проектын да әҙерләгәндәр. Йәғни эскән икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан, үҙенән еҫ килеп торған кешегә һатыусы алкоголь һатыуҙан баш тартырға хоҡуҡлы буласаҡ. Был айырыуса йәмәғәт урындарында, кафе-ресторандарҙа тәртип тәьмин итеү йәһәтенән һөҙөмтәле буласаҡ, тигән фекерҙә проект авторҙары. Әле 18 йәше тулған һәр кем, эскәнме, юҡмы икәнлегенә ҡарамай, кибеттән хәмер алып сыға ала. Мәсьәләнең икенсе яғы - был тәртип көмөшкәсе һәм араҡы менән фатирынан сауҙа иткәндәргә яҡты көндәр килтермәҫме?
Әйткәндәй,
31 ғинуар Рәсәйҙә араҡының тыуған көнө. 1865 йылдың тап ошо көнөндә Дмитрий Менделеев «Спиртты һыу менән ҡушыу» тураһында диссертация яҡлай. Рәсми булмаған датаны ошо ваҡиға менән бәйләйҙәр.
Читайте нас