Бина үткәүелдәре – ярты бәлә
Ысынлап та, бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе компьютер һәм ул күрһәткән хеҙмәттән тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәҫәлән, ошо гәзит ҡағыҙҙан эшләнгән хәлдә лә ул, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, технологиялар ярҙамында баҫыла һәм һеҙгә система ярҙамында барып етә. Ябай ғына мәшәҡәттән алып ҡатмарлы мәсьәләләргә, бер мәғәнәгә эйә булмаған күренештән алып донъяуи кимәлдәге яуаплы эштәргә тиклем ята компьютер иңендә. Был экранға беҙ иһә – ябай халыҡ, тәү сиратта, мәғлүмәт килтереүсе тип бағабыҙ. Бер секунд эсендә ете ҡат ер аҫтындағы хәлдәрҙе лә, ете диңгеҙ артындағы ваҡиғаларҙы ла, ете аҙымда ғына торған яңылыҡты ла унан беләбеҙ.
Ете аҙым тигәндән, үткән аҙнала Стәрлетамаҡ йәнә интернетта киң рәүештә сағылып ҡалды. Ҡаланың көньяғында үткәүел емерелеп төшөү менән бәйле ул. Элекке машиналар төҙөү заводының бер бинаһын икенсеһе менән тоташтырып торған үткәүел хаҡында һүҙ бара. Тик шуныһы: бер бина буш торһа ла икенсеһендә кешеләрҙең фатирҙары урынлашҡан. Ярай әле ишелеү ҡаза килтермәгән – быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел. Шулай ҙа кешеләрҙе эвакуацияларға тура килгән. Әйткәндәй, был ваҡиғаны мистикаға бәйләүселәр ҙә табылып өлгөрҙө шул уҡ социаль селтәрҙәрҙә. “Бына уның алдындағы хәрби машинаны икенсе урынға күсерҙеләр ҙә хәҙер завод ишелә”, - тип яҙа улар. Ә бит оборона заводының бер кирбесе лә ҡаҡшамаҫ тип ышана инек ҡасандыр. Күрәһең, ташландыҡ хәлдә ҡалған завод кешеләргә шулай үпкәһен белдерә. Мистикаға ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Хәйер, бина үткәүелдәре – ярты бәлә, ана, кешеләрҙе бер-береһенә, үткәндәрҙе киләсәккә бәйләгән үткәүелдәр емерелә донъяла.
...Интернеттың мөмкинлектәре сикһеҙ. Ниндәй генә яңылыҡ юҡ унда. Тик хәбәрҙәрҙең дә төрлөһө була. Кемделер был яңылыҡтар бәхетле итә, бәғзеләрҙе, үкенескә ҡаршы, элмәккә этәрә. Кемдәрҙелер эштән дә ҡыуҙыра. Ырымбурҙа бер төркөм урман хужалығы чиновниктары күптән түгел нәҡ интернеттағы видео арҡаһында хеҙмәт урынынан «ҡолаҡ ҡаҡты».
Видеонан күренеүенсә, министр һәм уның ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәре бюджет аҡсаһына кәйеф-сафа ҡора, кәрт уйынындағы бурыстарын ҡаплата, ҡыҙып китеп, оятһыҙ бейеү башҡарырға ла тартынмай егеттәр. Был клиптың эстәлегенә шикләнеп тә ҡуяһың, сөнки унда министрҙың төрлө йылдарҙағы сығышы бергә тоташтырылған. “Монтаж” тигән һығымтаға ла киләһең ирекһеҙҙән. Тик, үҙгәртеү технологияларының юғары кимәлгә етеүен иҫәпкә алғанда ла урыны менән видео геройҙарының ысын икәнлегенә инанаһың. Һәр хәлдә, монтажмы ул, түгелме, клип өлкә губернаторына оҡшамаған – яҙмалағы чиновниктар барыһы ла эштән ҡыуылған.
Был бабайҙар ниңә үбешә ул?
Хәйер, ниңә йыраҡ китергә – бындай хәл Башҡортостанда ла булғылап тора. Төрлө кимәлдәге чиновниктар әлегеләй енәйәт мәлендә камераға эләгә. Оятһыҙ бейеү тигәндән, былтыр Өфөлә эшләүсе суд приставының фотоһы ла шулай уҡ киң танылыу алды. Йәш ҡатынға шәрә ир бейеү күрһәтә. Атап әйткәндә, стриптиз.
Тик был фотолар арҡаһында бейеүсе егет приставты тикшергәндәренә аптырашын белдергән: “Беҙ бит СССР-ҙа йәшәмәйбеҙ”, – ти ул. Ә бына йәш ҡатын иһә үҙен фотоға әле уның суд приставы булып эшләй башлағансы уҡ төшөргәндәрен иҫбат итергә теләй. Һәр хәлдә, тикшереүҙе хатта Мәскәү үҙ ҡулына алған.
Эйе, ниндәй генә яңылыҡтарға юлыҡмайһың интернетта. Яҡшыһы ла килә зәңгәр экрандарҙан, яманы ла һорап тормай. Иң үкенеслеһе шул: был яңылыҡтарға ҡарап, кешеләр боҙола. Ҡасандыр Европала гомосексуалистарҙың таралауына шаҡ ҡатып ҡарай инек – инде “зәңгәрҙәр” зәңгәр экрандарҙан был яҡҡа бәреп сыҡты. Ана, техник хаталар арҡаһында булһа ла Рәсәйҙә уларҙың никахтарын паспорттарында теркәп ҡуйғандар. Хәйер, был документтар тиҙ арала үҙ көсөнән мәхрүм булған. Ике ир Копенгагенда никахҡа инә һәм, кире Мәскәүгә ҡайтып, үҙҙәренең ғаиләһе тураһында Рәсәй паспортына ла мисәт һуҡтыра. Интернетты гөрләткән ваҡиғанан һуң әлеге гомосексуалистарҙың ата-әсәләрен дә тәнҡитләп бөттөләр, ә депутаттар сит илдә теркәлгән ике бер төрлө енесле кешеләр араһындағы никахты Рәсәйҙә закон буйынса тыйырға кәрәк тигән идея күтәреп сыҡты. Быныһы инде стриптиз ғына түгел шул.
...Ошо мәҡәләне әҙерләгәндә һуңғы мәғлүмәт (гомосексу-алистар) тураһында өйрәнеп, интернетты байҡап ултыра инем, яныма биш йәшлек улым килеп баҫҡан да: “Әтей, ә был бабайҙар ниңә үбешә ул?” – тигән һорау бирҙе. Балаға нимә тип яуап бирергә һуң? Улым, дөрөҫөн әйткәндә, ҡай саҡ үҙемдең дә баш етмәй шул: ниңә кеше үҙенең төп асылынан ситкә тайпыла икән? Эйе, интернет селтәрҙәренән ошондай мәғлүмәттәр ҙә һағалап торғанда балаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләргә? Күптән түгел генә илдә бер-бер артлы мәктәп уҡыусылары икенсе уҡыусыларға һөжүм итте. Уйлай китһәк, йәнә шул интернет, компьютер шауҡымы бит. Бындай хәлдәрҙән һуң интернетһыҙ көн генә түгел, интернетһыҙ айлыҡ, хатта йыллыҡ иғлан итке килә. Имеш, интернет хәбәр итә.
– Бөгөн телевизорҙы (кабелле телевидениены) һүндерттем әле, – тип килеп инде эшкә хеҙмәттәшем Эльдар Фәттәхов. Был тиклем аҙымға барыуы бөгөнгө көндә еңел түгел. Хәйер, телевизор йәштәр өсөн күптән күрһәтеп торған ғаилә ағзаһы ғына, уны ҡараған да юҡ. Телевизорҙы һүндереп булыр ҙа ул, бына компьютер менән ни эшләргә? Әлегә ул бит – трендта, донъяла йәшәгән кешеләрҙең яртыһынан күбеһе виртуаль донъяны гиҙә... тип хәбәр итә интернет.